+21 °С
Болотло


Күгәрсен районының Йомағужа ауылындағы "Наҙгөл" социаль приютында тәрбиәләнгән балалар, приют хеҙмәткәрҙәре яҡташ яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән алты маскировка селтәре үргән. Бынан тыш, улар махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам һалынған посылкалар ҙа ебәргән. Хәрбиҙәр балаларға рәхмәт әйтеп видеояҙма һалған, тәмле күстәнәс ебәргән.
Мәғлүмәт, фото, видео сығанағы: Күгәрсен районының рәсми төркөмө - vk.com/mrkugarchigrouprb