Ғорурланабыҙ
26 Сентябрь 2023, 17:25

Олег Дубровскийға рәхмәт!

Олег кемдеңдер күрһәтмәһе өсөн түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса хәрбиҙәрҙе кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙә ҡатнашырға хәл иткән.

Олег Дубровскийға рәхмәт!Олег Дубровскийға рәхмәт!
Олег Дубровскийға рәхмәт!

Махсус хәрби операциялағыларға республика халҡы ярҙам итеүҙән туҡтамай. Бигерәк тә алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр күп. Шуларҙың береһе -  уңышлы эшҡыуар, Благовещен районының Николаевский ауыл советына 29-сы саҡырылыш депутаты Олег Дубровский.  

Олег кемдеңдер күрһәтмәһе өсөн түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса хәрбиҙәрҙе кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙә ҡатнашырға хәл иткән. Ул фронт позицияларын тергеҙеү һәм төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдары, алғы һыҙыҡтағылар өсөн шәхси кәрәк-яраҡ алып ебәргән.

Эшҡыуарҙың был аҙымы күптәрҙә һоҡланыу һәм рәхмәт тойғоһо уята. Ул яугирҙәрҙең ата-әсәһенә, яҡындарына айырым рәхмәт еткергеһе килә, ә яугирҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас