

Александр махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән ҡатнаша. Тирлән мәктәбе уҡыусыларының осрашыуға саҡырыуын ул ихлас ҡабул иткән һәм балаларға фронтҡа яҙған хаттары өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткергән.
- Был йылы хаттар адресаттарға барып етә, һеҙҙең ихлас, эскерһеҙ теләктәрегеҙ яугирҙәрҙең күңеленә үтеп инә. Тыуған яҡтан алған сәләмдәрегеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ, яҡташтарыбыҙҙың теләктәшлеген, ярҙамын тойоу беҙгә көс, рух өҫтәй, - тигән ул.
Яугир фронтта һалдаттарҙың көнкүреше нисек яйға һалыныуы, Тыуған илде һаҡларға әҙер торорға кәрәклеге тураһында һөйләгән. Балаларҙың һорауҙарына ихлас яуап биргән.
Был хаҡта Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.
Фото А. Иванютаның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.