Ғорурланабыҙ
7 Октябрь 2023, 14:00

Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ

Был йөктө йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәт. Оҙатып барыусыларға уңышлы юл, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙЕгеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ

4 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса Башҡортостан Республикаһынан мобилизацияланған һәм доброволец булып киткән яугирҙәр өсөн 96-сы гуманитар йөк оҙатылды.

Хәрбиҙәргә адреслы ярҙам Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитетынан, республиканың 16 районы, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары - Дыуан районы сит һағы ғәскәрҙәре ветерандары, Өфөнөң “Иптәштәр” хәрби хәрәкәттәр ветерандары берләшмәһенән ебәрелде.

Колонна 58 кешенән, 32 берәмек техниканан, шулар иҫәбендә 23 йөк автофургоны, 1 йөк автотралы һәм 8 оҙатып барыусы автомобилдән тора. Йөктә 29 автомобиль, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, рациялар, һыу өсөн һауыттар, 300 кубометр таҡта, утын, мейестәр, электр ҡорамалдары, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары, инструменттар, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, кейем-һалым, медикамент, шулай уҡ туғандарынан тәғәйен посылкалар урын алған.

-Республика егеттәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә һәм улар еңеп ҡайтҡанға тиклем ярҙам итәсәк, -  тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.

Был йөктө йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәт. Оҙатып барыусыларға уңышлы юл, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Фото:

Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе туҡтатмайбыҙ
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас