

Саранан һуң ул үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә тәьҫораттары менән бүлеште.
“Шайморатовсыларҙың гимн башҡарғаны, ант биреүҙәре күңелдә тәрән тойғолар уятты. Улар хатта көндөн ямғырлы булыуына ла иғтибар итмәй, рухланып, илһөйәрлек хисе кисереп анттарын бирҙе – улар һис шикһеҙ Салауат тоҡомдары!
Уларға артабанғы тормоштары яңы еңеүҙәр, яҡшы һөҙөмтләләр, яҡшы уҡыу менән оҙатып барыуын теләйем. Улар беҙҙең ғорурлыҡ та, киләсәгебеҙ ҙә!” – тип яҙып сыҡты етәксе.
Бөгөнгө сараға республика-район ҡалаларынан йөҙәрләгән малай-ҡыҙҙар йыйылды.