Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
4 Ноябрь 2023, 23:05

4 ноябрҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы асылды

Башҡортостан стенды үҙенең сағыулығы, мәғлүмәтлелеге  һәм алдынғы технологиялары менән айырылып тора. Экспозиция космик корабль формаһында эшләнгән.

Һәр аҙна һайын күргәҙмәлә Башҡортостандың тематик көндәре үтәсәк: сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм мәҙәниәт аҙналығы, Башҡорт Ҡыш бабайы көндәре һ.б. Ауыл хужалығы аҙналығында солоҡсолар менән осрашыу үткәреләсәк. Улар эштәрен һөйләп кенә ҡалмай, ә ғәмәлдә балды нисек алыуҙарын күрһәтәсәк.

3 декабрҙә, Башҡортостан көнөндә, ВДНХ-лағы күргәҙмәлә бөтә йолаларҙы атҡарып башҡарылған башҡорт милли туйын күрергә мөмкин.

Күргәҙмә сараларында ярты йыл эсендә Башҡортостандан 2500 мәктәп уҡыусыһы һәм студенттарҙың барыуы көтөлә.

Күргәҙмәгә инер алдынан ҡунаҡтарҙы Рәсәйҙең сигелгән картаһы ҡаршы ала. Ундағы төрлө төҫтәр Рәсәйҙең күп милләтлелеген сағылдыра.  

Күргәҙмә дауамында бында ҙур мәҙәни, белем биреү һәм эшлекле саралар үткәреү планлаштырылған.

Инеү ирекле.

https://panoramarb.ru/news/novosti/2023-11-04/bashkortostan-dvizhenie-vverh-3506701

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: