Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
4 Ноябрь 2023, 12:50

Андрей Назаров яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерҙе

Бөгөнгө байрам айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә...

Андрей Назаров яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерҙе
Андрей Назаров яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерҙе

 Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн социаль селтәрҙә  республикала йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы.

“Бөгөн беҙ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйбеҙ. Был байрам йәмғиәтебеҙҙең меңәр йыллыҡ тарихы дауамында барлыҡҡа килгән ҡиммәттәрен кәүҙәләндерә.Тарих беҙҙең төрлө саҡырыуҙарға, ауырлыҡтарға бергәләп яуап бирә алыуыбыҙҙы иҫбатланы. Бер ниндәй сит дошман да илебеҙҙе буйһондора алыуға һәләтле түгел. Ысын илһөйәрлек, фиҙакәрлек, Ватанға хеҙмәт итеү теләге – тарихтың киҫкен боролоштарында тап ошо сифаттар беҙгә ауырлыҡтарҙы еңергә һәм ауыр һынауҙарҙан тағы ла  көслөрәк булырға ярҙам итте.

Бөгөнгө байрам айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә. Украиналағы махсус хәрби операция Ватанға тоғролоҡ һәм Тыуған илде һаҡларға әҙер тороуҙың беҙҙең менталитетта тәрән нығынғанын яңынан күрһәтте.

Ғорурлыҡ менән белдерәм: беҙҙең яҡташтар ҙа туғандаш халыҡтарға тыныслыҡ һәм азатлыҡ яулауҙа ярҙам итеү өсөн бөтәһен дә эшләй. Был – киләсәк өсөн, милләттең йәшәүе өсөн көрәш. Хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеү – бына ул ысын халыҡтар берҙәмлеге.

Минеңсә, традицион Рәсәй ҡиммәттәренә тоғролоҡ, йәмғиәттең тупланғанлығы илдең үҫешен яңы сифатлы кимәлгә сығарҙы. Көнбайыш илдәре яғынан изоляцияларға маташыуҙарға  һәм санкция баҫымына ҡарамаҫтан, беҙ сәнәғәт һәм фәнни-техник ҡеүәттәребеҙҙе нығытабыҙ, тиҫтәләгән йылдарға алға үҫеш нигеҙен нығытабыҙ.

Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙгә ысын күңелдән яуаплы һәм илһөйәр булыуығыҙ, намыҫлы хеҙмәтегеҙ, әүҙем гражданлыҡ позицияғыҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Бөгөн, беҙҙең киләсәгебеҙ, балаларыбыҙ һәм тоҡомдарыбыҙ киләсәге билдәләнгәндә, һис ҡасан булмағанса илде нығытыуға дөйөм өлөш индереүебеҙ мөһим”.

 Фото: VK.com

 

Андрей Назаров яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерҙе
Андрей Назаров яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерҙе
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: