Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
4 Ноябрь 2023, 12:51

“Батырлыҡ һәм ижад сығанағы – беҙҙең берҙәмлектә”

Бөгөн Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы сара булып үтте, уны тәбрикләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты.

“Батырлыҡ һәм ижад сығанағы – беҙҙең берҙәмлектә”
“Батырлыҡ һәм ижад сығанағы – беҙҙең берҙәмлектә”

Бөгөн Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы сара булып үтте, уны тәбрикләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты.

“Рәсәй көнө һәм Бөйөк Еңеү байрамы айҡанлы булған кеүек үк, был  көндә лә беҙ илебеҙ яҙмышын хәл иткән ваҡиғаларҙы иҫкә алабыҙ”, – тине Радий Фәрит улы, залда ултырғандарҙы байрам менән ҡотлағандан һуң. – Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, дине һәм милләтенә ҡарамай, илде һаҡларға күмәкләп яуға күтәрелгән. Рәсәйҙең барлыҡ тарихы шуны иҫбатлай: халыҡтарҙың һәм конфессияларҙың берҙәмлеге – беҙҙең дөйөм йортобоҙҙоң иң ныҡлы нигеҙе ул. “Берҙәм өйҙә бәрәкәт бар”, ти башҡорттар. Беҙҙең республикала 160-тан ашыу милләт халҡы йәшәй. Уларҙың һәр береһе: “Башҡортостан – минең Тыуған илем!” тип әйтергә хаҡлы. Батырлыҡ һәм ижади хеҙмәт сығанағы – беҙҙең берҙәмлектә".

Тантаналы сығыштан һуң Радий Хәбиров йәмәғәтселек һәм дәүләт эшмәкәрҙәренә, мәҙәниәт һәм милли йәмәғәтселек берекмәләре вәкилдәренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Рәсәй Федерациһы Президенты Указы менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Алмас Әмировҡа “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы” исеме бирелде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы наградландылар:

“Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов –  “Халыҡтар дуҫдығы” ордены менән;

Өфөләге 11-се “Аксаков гимназияһы” директоры Нәсимә Ғәниева – Григорий Аксаков ордены менән;

Дыуан районының Мәтәле ауыл мәҙәниәт йортоноң  “Селяночка” рус халыҡ инструменттары ансамбле етәксеһе Виктор Балдин, “Башҡортостан Республикаһының Мордва милли-мәҙәни үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе урынбаҫары Алевтина Карпова, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Ирена Ҡолһарина, Ырымбур өлкәһе Александров районындағы Яңы Михайловка дөйөм белем биреү учреждениеһының автобус шоферы Ғәли Сарбаев, Чечен Республикаһының Башҡортостан Республикаһындағы Вәкиллеге етәксеһе Казбек Цулаев – Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградландылар.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр:

Республика халыҡ ижады үҙәге филиалы  “Атайсал” мәҙәниәт үҙәгенең “Селтәр” студияһы оҫталары Ғәбиҙә Вәлиева һәм Гөлсөм Хөсәйенова, С.Т.Аксаковтың мемориаль йорт-музейының өлкән ғилми хеҙмәкәре Татьяна Петрова, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң методика бүлеге етәксеһе Алия Тимерханова.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: