+13 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә республика халҡын байрам менән ҡотланы.
“Бөгөнгө байрам айырыуса үҙенсәлекле, ул беҙҙең ниндәй милләттән булыуыбыҙҙан, диндән йәки сәйәси ҡараштарыбыҙҙан айырмалы, барыбыҙҙы ла берләштерә. Был көн төп ҡиммәтебеҙ – берҙәмлек һәм теләктәшлек хаҡында иҫкә төшөрә.
Хәҙерге заман шарттарында беҙ төрлө ауырлыҡтар һәм ҡатмарлыҡтар менән осраштыҡ, әммә бары бергә тупланып, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңә аласаҡбыҙ.
Беҙҙең берҙәмлек – беҙҙең көс! Байрам менән!”
Фото: VK.com