Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
4 Ноябрь 2023, 23:35

Күргәҙмә-форумда Башҡортостан стендын астылар

Республика стенды янында “Өң” киберфизика платформаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Күргәҙмә-форумда Башҡортостан стендын астылар
Күргәҙмә-форумда Башҡортостан стендын астылар

4 ноябрҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмәһендә  ВДНХ-ның иң ҙур павильонында Башҡортостан Республикаһы стендын астылар. Сценарийға ярашлы, Башҡортостандың космик корабле Мәскәү ВДНХ-һына килеп төшкән һәм үҙе менән республиканың төп ҡаҙаныштарын, киләсәккә үҫеш пландарын алып килгән. Стендты асыу мәлендә Башҡортостандың үткәнен, хәҙергеһен, киләсәген башҡорт бейеүҙәре, ҡурай моңо, роботтар һәм космик кейемдәге йәштәр аша күрһәтеүгә өлгәштеләр.

Республика стенды янында “Өң” киберфизика платформаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был платформаның пилот вариантын Рәсәйҙә иң тәүгеләрҙән Башҡортостанда тормошҡа ашырғандар. Был - мәктәп уҡыусыларын программалауға һәм заман технологияларына өйрәткән мобиль уйындар серияһы. “Өң” уйындарында программалауҙан тыш, килеп йәки онлайн белем алыу модулдәрен дә үтергә була. “Умартасыны һаҡлау” уйыны килеүселәрҙә айырым ҡыҙыҡһыныу уятты.

Башҡортостандың тарихын, тәбиғәтен, сәнәғәт үҫешен һөйләгән “Пиар аттракцион” технологияһы ла ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итте. Уның өсөн виртуаль күҙлек кейеп, республиканың күп ҡырлы тормошо эсенә “инеп” китергә генә кәрәк.

Экспозицияның ҙур экранында Башҡортостан тураһында 7 мөғжизәле факт күрһәтелде: унда - башҡорт балы, сәнәғәт етештереүе, мәҙәни мираҫы, төбәктә йәшәгән күп милләтле халыҡтың традиция-йолалары, Башҡортостан Республикаһының билдәләре кешеләре.  

Башҡортостан стенды янында бөгөн баш ҡала халҡы, ҡунаҡтар күпләп йыйылды.

https://panoramarb.ru/news/novosti/2023-11-04/bashkirskaya-berloga-raspolozhilas-v-moskve-3506840

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: