Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
4 Ноябрь 2023, 22:40

Скульптор Салауат Щербаков “Рәсәй” күргәҙмә-форумында ҡатнаша

"Атайым Башҡортостанда тыуған, һуғышты үткән һәм ғүмере буйы республиканы яратҡан. Тыуған ил тойғоһон  ул миңә тапшырған, ә мин балаларыма һәм ейәндәремә тапшырам".

Скульптор Салауат Щербаков “Рәсәй” күргәҙмә-форумында ҡатнаша
Скульптор Салауат Щербаков “Рәсәй” күргәҙмә-форумында ҡатнаша

Скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостан Республикаһы стендын килеп ҡарарға саҡыра, ти күргәҙмә-форум матбуғат хеҙмәте.

Күргәҙмә бөгөн, 4 ноябрҙә, башлана һәм 2024 йылдың 12 апреленә тиклем дауам итә.

“Мине күргәҙмәгә саҡырҙылар, был минең өсөн оло мәртәбә. Бында илебеҙҙең төбәктәре, уларҙың фән, төҙөлөш, сәнәғәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәләрендәге ҡаҙаныштары күрһәтелгән.

Беҙҙең ата-бабалар илебеҙҙе быуаттар буйы төҙөгән. Улар ошонда йәшәгән, балалар үҫтергән. Мин дә ошо бөйөк илдә тыуғанмын, ошонда йәшәйем, балаларым, ейәндәрем бар. Рәсәйҙә йәшәйем һәм, бөтәбеҙгә лә илебеҙ, тамырҙарыбыҙ бик мөһим, тип әйтә алам.

Атайым Башҡортостанда тыуған, һуғышты үткән һәм ғүмере буйы республиканы яратҡан. Тыуған ил тойғоһон  ул миңә тапшырған, ә мин балаларыма һәм ейәндәремә тапшырам. Һәм Башҡортостан Республикаһы көнө, 3 декабрь, Рәсәй форумына тура килеүе беҙҙең өсөн бик мөһим”, - тине Салауат Щербаков.

Фото: “Рәсәй” күргәҙмә-форумы матбуғат хеҙмәте.

https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-11-04/skulptor-salavat-scherbakov-primet-uchastie-v-vystavke-forume-rossiya-3506601

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: