Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
5 Ноябрь 2023, 18:00

Яугирҙәргә йылы барып етһен

Күгәрсен районындағы уҡыусы балалар ҙа МХО-ла ҡатнашҡан яугир ағайҙарына ярҙам ҡылырға ашыға.

Яугирҙәргә йылы барып етһен
Яугирҙәргә йылы барып етһен

Райондың балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүселәр ҡалай һауыт, парафин һәм картондан блиндаж шәмдәре эшләй. Беренсе партия йәй көнө алып барылған гуманитар йөк менән ебәрелгән, әле тағы әҙерләйҙәр.

Ижади үҙәктә яңыраҡ шәмдәрҙе эшләргә өйрәнә торған оҫталыҡ дәресе лә ойошторғандар. Унда балалар үҙҙәре лә, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҡатнашҡан һәм 70 шәм әҙерләгән.

Блиндаж шәмдәре ел-ямғырға бирешмәй, һүндереп торорға, кәрәккәндә яңынан тоҡандырырға мөмкин. Ҡырыҫ һауа торошо шарттарында хәрби бурыс үтәгән яугирҙәр өсөн алыштырғыһыҙ улар.

Балаларҙың саф күңел йылыһы ҡушып эшләнгән шәмдәр хәрбиҙәрҙе йылытһын, ярҙам итһен, тигән теләк менән Күгәрсендең дә битараф булмаған халҡы изге эшкә ҡушыла. Парафин һатып алалар, ҡалай банкаларҙы йыйып килтерәләр. Бының өсөн Балалар ижады үҙәге етәксеһе Розалия Ибраҡова яҡташтарына ҙур рәхмәт белдерә.

Фотолар: vk.com/mrkugarchigrouprb

Яугирҙәргә йылы барып етһен
Яугирҙәргә йылы барып етһен
Яугирҙәргә йылы барып етһен
Яугирҙәргә йылы барып етһен
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: