Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
11 Ноябрь 2023, 17:00

Тотош ғаилә менән яугирҙәргә селтәр үргәндәр

Асҡын районының Билгеш ауылынан Зиннәтуллиндар нәҫеле туплаған ярҙам бының менән генә сикләнмәй 

Тотош ғаилә менән яугирҙәргә селтәр үргәндәр
Тотош ғаилә менән яугирҙәргә селтәр үргәндәр

Асҡын районының Билгеш ауылында йәшәгән Рәйзәнә һәм Рәсим Зиннәтуллиндар барлыҡ туғандарын бергә йыйып, үҙенсәлекле өмә үткәргән. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә тип гуманитар ярҙам туплаған.

Күмәкләшеп йәйгеһен ялан-ҡырҙарҙан йыйған шифалы үләндәрҙән сәй әҙерләгәндәр, йылы ойоҡбаштар бәйләгәндәр, йәшелсә консервалары яһағандар. Был эштән йәштәр, балалар ҙа ситтә ҡалмаған, улар парафин шәмдәр яһау, маскировка селтәре үреү эшендә әүҙем ҡатнашҡан. Зиннәтуллиндарҙың улы Рәсүл ҡойған тимер мейестең дә яугирҙәргә файҙаһы тейер, тип ышанабыҙ.

“Ил нигеҙе – берҙәмлек, тигәндәй, изге күңелле кешеләр булғанда, Ватаны өсөн көрәшкән ир-егеттәребеҙ тыуған яҡтарына һис шикһеҙ, еңеү менән ҡайтасаҡ. Ил һаҡсыларына иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалабыҙ!” – ти Билгеш ауылынан Зиннәтуллиндар.

Фотолар: vk.com/club217813057 (Айыҡ ауыл – 2023 Билгеш ауылы) төркөмөнән.

Тотош ғаилә менән яугирҙәргә селтәр үргәндәр
Тотош ғаилә менән яугирҙәргә селтәр үргәндәр
Тотош ғаилә менән яугирҙәргә селтәр үргәндәр
Тотош ғаилә менән яугирҙәргә селтәр үргәндәр
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: