Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
17 Ноябрь 2023, 10:00

"Арыҫлан йөрәкле ине"

Миңзиә һәм Ғәни Ҡужахмәтовтар бына ниндәй шәп ул үҫтергән.

"Арыҫлан йөрәкле ине"
"Арыҫлан йөрәкле ине"

Махсус хәрби операцияла һәләк булған Ғайсар Ҡужахмәтовтың исеме мәңгеләштерелде. Ул көндө йәше лә, ҡарты ла иртә менән Башҡорт Үргене (халыҡ телендә – Үрген) ауылының мәктәбенә ашыҡты. Әлбиттә, барыһының да йөҙө моңһоу, айырыуса егеттең әсәһенең һәм бер туғандарының йөҙө хәсрәт тулы.

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, беренсенән, Ғайсар кеүек батыр егеттәр булғанда илебеҙ сиген бер ниндәй ҙә дошман боҙа ла, ватаныбыҙға баҫып та инә алмаясаҡ, икенсенән, ошондай ҡыйыу һалдаттар үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө ролен үтәй, һәр береһен илһөйәрлек рухында тәрбиәләй.

Бөгөн һалдат хөрмәтенә мәктәптә асылған таҡтаташтан тере сәскәләр өҙөлмәй, үргендәр генә түгел, ситтән дә киләләр бында. Юҡһыналар уны, "дуҫыбыҙ арыҫлан йөрәкле ине" тип иҫкә алалар. Кластағы герой партаһында ултырып белем эстәргә теләүсе уҡыусылар күп, улар үҙҙәрен батыр итеп хис итә, бер башҡа үҫкәндәй итеп тоя. Тап бында белем алған ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа ватанының ысын патриоттары булып буй еткереренә тамсы ла шик юҡ.

Ғайсар Ғәни улын бәләкәйҙән беләм, күҙ алдында үҫте. Уҡыу алдынғыһы ине, физкультура дәресен бер ҡасан да ҡалдырманы, спорт йүнәлешендә мәктәп данын яҡлау өсөн ныҡ тырышты. Мыҡты кәүҙәле булыуы гел еңеүҙәр килтерҙе уға. Бынан тыш, ауыл тормошондағы барлыҡ сараларҙың да уртаһында ҡайнаны. Уның кешелекле, ярҙамсыл, теләктәш сифаттарын телгә алыу артыҡ. Миңзиә һәм Ғәни Ҡужахмәтовтар бына ниндәй шәп ул үҫтергән! Афарин!

Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тибеҙ. Ғәни ағай беҙҙе физкультуранан уҡытты. Үҙенең һөнәрен яратып башҡарҙы, дәрестәрен һәр саҡ ҡыҙыҡлы итеп үткәрҙе. Ниндәй генә спорт ярыштарына йөрөтмәне ул уҡыусы балаларҙы, Үрген мәктәбе һәр саҡ призлы урындар алды. Әйткәндәй, остабыҙҙың ҡыҙы Зәлифә ханым әле Үрген ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

Ейәнсура районынан алты Советтар Союзы сыҡҡан. Ҡәйүм Әхмәтшин, Николай Бедренко, Иван Корнеев, Алексей Рутчин, Григорий Филатов, Ҡотләхмәт Хәйбуллин ише ҡаһармандар тыныс тормошобоҙ өсөн батырлыҡтар ҡылған. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән беҙҙең Үрген ауылынан күптәр доброволец булып киткән, алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен үтенгән. Бик күптәре яу яланында башын һалған, иҫән-һау ҡайтҡандары илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыуға ҙур өлөш индергән. Барыһының да исеме обелискка алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Ғайсар Ғәни улы ла улар шикелле махсус хәрби операцияла ҡурҡыу белмәгән, ҡыҫҡаһы, үҙен аямаған. Яуҙаштары билдәләүенсә, Ғайса менән бергә булырға тырышыусылар күп булған, сөнки яҡташыбыҙ иптәштәре өсөн йәнен бирергә әҙер торған, командирҙарын дошман пуляһынан һаҡлау өсөн ҡалҡан ролен үтәгән. 

Зәлифә Аҡсурина фотоһы.

Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас: