Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
19 Ноябрь 2023, 15:00

Яугирҙәр бәләкәстәрҙең һүрәттәрен алып ҡыуанған

"Ярҙам ойоштороп бер ҡыуанғайныҡ, яугирҙәребеҙҙән сәләм алып икеләтә ҡыуандыҡ", - ти тәрбиәселәр. 

Яугирҙәр бәләкәстәрҙең һүрәттәрен алып ҡыуанған
Яугирҙәр бәләкәстәрҙең һүрәттәрен алып ҡыуанған

Өфө ҡалаһы Киров районының 51-се башҡорт балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре яугирҙәргә хат һәм һүрәт ебәреү буйынса акцияға ҙур теләк менән ҡушылған.

Гүзәл Яныбай ҡыҙы етәкселегендә был изге эштә тәрбиәселәр, ата-әсәләр һәм балалар ихлас ҡатнашҡан.

“Беҙҙең коллективҡа был тема бик яҡын, сөнки беҙҙә атайҙары махсус хәрби операцияла булған балалар байтаҡ ҡына. Шулай уҡ өлкән тәрбиәсебеҙҙең, ашнаҡсыбыҙҙың улдары ла яу ҡырында. Өлкән төркөмдәрҙә патриотик тәрбиә алып барыла. Илдә барған хәлдәрҙе улар ҙа аңлай хәҙер. Шуға шатланып, ихлас күңелдән һалдаттарға тип һүрәттәр төшөрҙөләр. Өйҙә әсәйҙәре менән бергәләр матур эстәлекле хаттар яҙып килтерҙеләр. Әгәр балаларҙың ихлас күңелдән эшләгән һүрәттәре, хаттарыбыҙ, әҙерләп ебәргән йылы кейемдәр яугирҙәрҙең күңелен йылыта алған икән – беҙ бик шатбыҙ. Ярҙам ойоштороп бер ҡыуанғайныҡ, яугирҙәребеҙҙән сәләм алып икеләтә ҡыуандыҡ”, - ти 51-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.

Фото: 51-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Шәүрә Ярмуллина тарафынан бирелде.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: