Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
25 Ноябрь 2023, 14:00

Селтәр үрергә станок эшләп алғандар

Бөтә Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә ярҙам итә. Кем аҡса тапшыра, кем  техника һатып ала, кейем, кәрәк-яраҡ әҙерләй.

Селтәр үрергә станок эшләп алғандар
Селтәр үрергә станок эшләп алғандар

Бындай изге эштә Көйөргәҙе районы халҡы ла әүҙемлек күрһәтә. Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Акилов белдереүенсә, район халҡы был эштә үҙен ҙур һәм татыу бер ғаилә итеп күрһәтә. Маскировкалау селтәре үреү буйынса хатта махсус рәүештә станок та яһап алған улар.

“Иҫке Отрада ауылында алғы һыҙыҡ өсөн селтәрҙәр үрәләр. Был эш еңелдән түгел, әммә яҡташтар көсөн йәлләмәй, ваҡыты менән иҫәпләшмәй фронт өсөн тырыша. Мәҙәниәт йортона йыйылған ирекмәндәр һәр селтәрҙе теләктәр теләп, араһына бетеүҙәр һалып эшләй”, - тип һөйләй Данил Акилов ауыл халҡы эшенә үҙе лә ҡушылғандан һуң.

Әйткәндәй, Отрада ауыл биләмәһе башлығы Сергей Кузнецов менән умартасы, ауыл советы депутаты Александр Коченов селтәр үреү өсөн хатта махсус рәүештә станок яһап алғандар. Ҡорамал таҫмаларҙы тигеҙ һәм ятышлы итеп һалып бара, ҡалғанын оҫта ҡулдар хәстәрләй икән. Материалдар урындағы бағыусылар ярҙамында һатып алынған.

Эш ырамлы бара, әҙер селтәрҙәрҙе оҙаҡламай хәрби операция зонаһына оҙатасаҡбыҙ, ти район етәксеһе урынбаҫары. Көйөргәҙеләрҙең был эштәре уң барһын!

Селтәр үрергә станок эшләп алғандар
Селтәр үрергә станок эшләп алғандар
Селтәр үрергә станок эшләп алғандар
Селтәр үрергә станок эшләп алғандар
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: