Ғорурланабыҙ
1 Ғинуар 2024, 11:00

Смаҡайҙар һалдаттарҙы хәстәрләй

Күмәкләшеп 300-ҙән ашыу шәм эшләгәндәр

Смаҡайҙар һалдаттарҙы хәстәрләйСмаҡайҙар һалдаттарҙы хәстәрләй
Смаҡайҙар һалдаттарҙы хәстәрләй

 Ишембай районының Смаҡай ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары  махсус-хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Яңыраҡ ҡына ауылдың гүзәл заттары 305 окоп шәмдәре эшләгән, был изге эште башҡарыуға мәктәп уҡыусылары ла ярҙам иткән. Ауыл халҡы ла битараф ҡалмаған: эш ырамлы булһын өсөн 40 килограмлап балауыҙ, 50 килограмлап парафин килтергәндәр.

Уңғандар йылы бирсәткәләр бәйләргә лә өлгөрә. Йыш ҡына  ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Фәүзиә Насырованың йортона бәйләмгә йыйылалар. Берҙәмлектә – көс, икәнлеген аңлап, ошолай ҙур эштәр башҡарлар. Ялға ҡайтҡан һалдаттар ҙа килеп ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән әйберҙәрҙе алып китә.

Фото: Фәүзиә Насырова архивынан.

Смаҡайҙар һалдаттарҙы хәстәрләй
Смаҡайҙар һалдаттарҙы хәстәрләй
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас