Ғорурланабыҙ
1 Ғинуар 2024, 15:00

Туризмда алдынғыбыҙ

Конкурстар ҙа ошо хаҡта һөйләй.

Туризмда алдынғыбыҙТуризмда алдынғыбыҙ
Туризмда алдынғыбыҙ

Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан - илдең етди туристик конкурстарында алдынғылыҡты биләне һәм “Туристик сувенир төбәге” һәм “Ваҡиғалы туризм төбәге” исемдәренә лайыҡ булды.

 Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов билдәләүенсә, туристарҙы йәлеп итеү өсөн республиканың мөмкинлеге киң.

 -Башҡортостанда уникаль тәбиғәт кенә түгел, уның бай тарихи һәм этномәҙәни мираҫы ла бар. Туризм инфраструктураһы үҫеше, был тармаҡҡа инвестицияар йәлеп итеү  өҫтөндә беҙ әүҙем рәүештә эшләйбеҙ, - тине ведомство етәксеһе.

 Түбәнге Новгородтағы “Russian Event Awards 2023” ваҡиғалы туризм өлкәһендә халыҡ-ара премия финалы һөҙөмтәләре буйынса рейтинг төҙөлгән. Быйыл премия финалында Рәсәйҙең 54 төбәгенән һәм Белоруссияның ике төбәгенән 302 проект ҡатнашҡан. Йомғаҡтар буйынса максималь балл йыйып 1-се урынды Башҡортостан яуланы.

 Бынан тыш беҙҙең республика "2023 йылдың туристик сувениры” Бөтә Рәсәй конкурсында ла еңеү яуланы.Шулай уҡ Башҡортостан Санкт Петербург ҡалаһында быйыл февралдә үтәсәк Russian Travel Awards   Бөтә  Рәсәй туристик премияһы финалында ла ҡатнашасаҡ.

 Бынан тыш  24-26 октябрҙә Өфөлә “Йыл маршруты” тип исемләнгән 10-сы Бөтә Рәсәй туристик премияһы уҙғарылды. Унда 268 проект тәҡдим ителде.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас