Салауат районының Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы Илнара Сафина “Халҡыңа хеҙмәт итеү” Бөтә Рәсәй муниципаль премияһына лайыҡ булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин “Кеше яҙмышы – Ватан ғорурлығы” номинацияһында награданы күп балалы әсәйгә үҙе тапшырҙы.
Илнара Сафина конкурста ҡатнашыуға ғариза ебәргән 19 мең кандидат араһында иң яҡшыһы тип табылған. Ул дәүләт башлығына һәм премияны ойоштороусыларға үҙенең хеҙмәтен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Бөгөн Бөтә Рәсәй һеҙҙең, Владимир Владимирович, һәм Ватанды һаҡлаған яугирҙәребеҙ тирәләй тупланды. Беләм, күп кенә хеҙмәттәштәремдең ирҙәре һәм ағалары унда, шулай уҡ минең ирем дә. Беҙ улар өсөн ышаныслы тыл буласаҡбыҙ һәм еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Илнара Сафина.
Ил Президенты урындағы кимәлдә алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте һәм был ҙур әхлаҡи әһәмиәткә эйә, тип билдәләне.
– Беләм, һеҙҙең арағыҙҙа Ватанға, уның мәнфәғәттәренә тоғролоҡ өлгөһө күрһәткәндәр бар. Рәхмәт һүҙҙәре менән бергә, был кешеләрҙең үҙ кабинеттарында ултырмауының, ә Тыуған ил яҙмышын уртаҡлашыуының, халыҡ һәм армия менән бергә булыуының бик яҡшы миҫалы, тип әйтә алам, – тине Владимир Путин.
Фото: vk.com/salavatsky_r