Ишембай районының Сәлих ауылы автивистары мәктәптең 7-8 класс уҡыусылары өсөн блиндаж шәмдәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарған. Балалар был эшкә бик дәррәү ылыҡҡан. Шәмдәрҙе эшләүе бик ҡатмарлы түгел, ләкин яугирҙәр өсөн улар бик тә кәрәкле икәнлеген аңлап эш итә улар. Бер шәм һигеҙ сәғәт буйы янып, йылытып тора ала икән.
- Консерва банкаларын изгелекле кешеләр үҙҙәре килтерә. Ҡатырға менән магазин хужалары тәьмин итә. Парафинды ла табыу ауырлыҡ тыуҙырмай. Күмәк тырышлыҡ менән ошолай шәмдәр барлыҡҡа килә, - тип һөйләнеләр мәктәптә.
Бына шулай, йәштәр ҙә был изге эшкә ҡушылғанда , эш тағы ла һөҙөмтәлерәк булыр.
Фото: Мәктәп хакимиәтенән.