Бөгөн Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 23 февраль – Ватан һаҡсылары көнөнә арналған тантаналы йыйылыш һәм байрам концерты үтте. Тантанала наградланыусылар араһында Салауат районының Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе, Дыуан күп профилле колледжының махсус дисциплиналар уҡытыусыһы Рөстәм Хөснуллин да бар. Ул Шайморатов орденына лайыҡ булды.
–Бөгөн минең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға – Ватан һаҡсылары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта миңә награда тапшырылды. Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Шайморатов орденын алдым. Күңелдә шатлыҡ та, ҙур тулҡынланыу ҙа бар. Ошондай юғары наградаға лайыҡ булыу минең өсөн ҙур ғорурлыҡ, - тине ул кисерештәре менән уртаҡлашып.
Рөстәм Нәбиулла улы – 1983-1986 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй.
Артабанғы тормошо йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү менән бәйле.
Колледж студенттары Рөстәм Нәбиулла улы етәкселегендә Салауат районында һәм Малаяҙ ауылында уҙғарылған хәрби-патриотик йүнәлештәге сараларҙа даими ҡатнашалар. Уның башланғысы менән колледж нигеҙендә районда беренселәрҙән булып кадеттар төркөмө барлыҡҡа килгән.
2006 йылдан Рөстәм Хөснуллин Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе вазифаһын башҡара. 2015 йылдан алып Донбасс республикаларына гуманитар йөк йыйыуҙа һәм тапшырыуҙа күп тапҡырҙар ҡатнашҡан.
-Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙамды туҡтатҡан юҡ. Егеттәр менән бергәләп ете күсмә мунса ҡорҙоҡ, әле һигеҙенсеһен эшләйбеҙ. Башҡа кәрәк-яраҡтарҙы ла туплайбыҙ. Берҙәмлек менән еңеүгә өлгәшербеҙ, - ти ул.
фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.