Ғорурланабыҙ
1 Март 2024, 14:40

Алға, Башҡортостан йәштәре!

Бөгөн ”Сириус” федераль биләмәһендә Бөтә донъя йәштәр фестивале старт ала.

Алға, Башҡортостан йәштәре!Алға, Башҡортостан йәштәре!
Алға, Башҡортостан йәштәре!

Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса уҙғарыла. Фестиваль бизнес, медиа, дипломатия, мәҙәниәт, фән, мәғариф һәм башҡа төрлө өлкәләрҙәге Рәсәй һәм сит ил йәш лидерҙарын, шулай уҡ төрлө балалар ойошмалары һәм берләшмәләренән үҫмерҙәрҙе ҡабул итәсәк.

Башҡортостан Республикаһы исеменән 180 кеше сығыш яһай. Улар йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, мөһим проекттарҙы тормошҡа ашыра. Фестивалдә иһә улар бөтә планетанан килгән йәштәр һәм әүҙем кешеләр менән бәйләнештәр булдыра аласаҡ.

Бөтә донъя йәштәр фестиваленең яңы йүнәлеше булып мәҙәни шефлыҡ программаһын тормошҡа ашырыу торасаҡ. Был программа йәштәребеҙҙе Үзбәкстан Республикаһы һәм Омск өлкәһе менән берләштерәсәк. Тап ошо йүнәлеш Рәсәй һәм сит ил дәүләттәре вәкилдәре араһында рәсми булмаған аралашыу һәм бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә.

Уңыштар һәм алға, #БашҡортостанЙәштәре!

 

Фото: БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.

 

Алға, Башҡортостан йәштәре!
Алға, Башҡортостан йәштәре!
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас