Өфөнөң Калинин районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Сталинград яуын үткән Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова ғүмер итә. Уға – 104 йәш.
1942 йылдың май башында Башҡортостандан 3 меңдән ашыу комсомол ҡыҙ үҙ теләге менән Ватан өсөн изге яуға китә. Улар араһында Дүртөйлө ҡыҙы Мөсәйрә лә була. Тәүге ҡыҙҙар эшелоны тура Сталинградҡа юл ала...
Бөйөк Еңеүҙе Мөсәйрә Польша менән Германия сигендә ҡаршылай. 1945 йылдың аҙағында тыуған яғына ҡайта. Тормошҡа сыға, юғары белемгә эйә була, тыуған яғында 40 йылдан ашыу рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Әлеге ваҡытта ветеран Өфөлә, ҡыҙы Рәфиә ғаиләһендә йәшәй. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең хәстәрлегенә төрөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер итә. Элекке уҡыусылары ла онотмай.
Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы өсөн ижад донъяһы ят түгел. Яңыраҡ “Башредактор” нәшриәтендә уның ғаилә архивында һаҡланған фотоһүрәттәр менән биҙәлгән шиғырҙар китабы донъя күргән. Баш ҡалабыҙҙың Калинин районы хакимиәте етәксеһе Ғәзизйән Әхмәтйәнов хөрмәтле ветеранды 8 Март байрамы менән тәбрикләргә килгән һәм баҫманы ла тапшырып ҡыуандырған. Ул үҙенең социаль селтәрҙәге яҙмаһы аша хөрмәтле ветеран инәй менән таныштырҙы ла инде. "Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙының һуғыш, һөйөү һәм тормош тураһындағы әҫәрҙәре хәҙер мәктәп музейҙарында һаҡланыр”, – тип яҙҙы район етәксеһе һәм фотоһүрәттәр менән дә уртаҡлашты.
Фотолар – Ғ. Әхмәтйәновтың шәхси сәхифәһенән: vk.com/id841783283