Ғорурланабыҙ
6 Апрель 2024, 13:30

"Имран" – ил һаҡсыһы!

7 апрель киске сәғәт 22:45 ҡарағыҙ.

"Имран" – ил һаҡсыһы!"Имран" – ил һаҡсыһы!
"Имран" – ил һаҡсыһы!

"Уның өсөн һәр һалдат ҡәҙерле", – тип һөйләй "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының 31-се командиры тураһында һалдаттар, ә командир – "Имран" позывнойлы.

Башҡортостан юлдаш телеканалының тележурналисы Гүзәл Хәмитова махсус хәрби операция зонаһында булған һәм ошо командир менән әңгәмә ойошторған.

– Беҙ хәрби операция зонаһына бик ҡатмарлы осорҙа килеп еттек, – ти Гүзәл Хәмитова. – Беҙҙең яугирҙар алға бара ине, шуға күрә лә һөйләшеү бер нисә тапҡыр кисеектерелде. Шулай ҙа ул ваҡыт табып беҙҙең һорауҙарға яуап бирҙе.

Әйткәндәй, 7 апрель киске сәғәт 22:45-тә Башҡортостан юлдаш телеканалында "Имран" позывнойлы яугир менән әңгәмәне ҡарарға мөмкин.

Фото: Гүзәл Хәмитова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас