Тыуған илебеҙ мәнфәғәттәрен һаҡлап, махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөгән башҡорт яугирҙәре араһында Хәйбулла районы егеттәре лә бихисап. Шуларҙың береһе – “Утёс” позывнойлы ир-егеттең әсәһе Фәнүзә Вәлиәхмәт ҡыҙы Әбсәләмова менән һөйләшәбеҙ.
– Ике улым да мәктәптән үк үҙҙәрен физик яҡтан үҫтереүгә көс һалды. Бөтә спорт сараларында тиерлек ҡатнаша инеләр. Шуға ла әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтыу ҙа ауырлыҡ тыуҙырманы, буғай.
Кесе улым мәктәптән үк үҙен армия менән бәйләүгә әҙерләне, был уның маҡсаты ине. Шуға ла хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, бер аҙ эшләп йөрөнө лә, бер төркөм ауылдаш егеттәр менән контракт буйынса хеҙмәткә китергә хәл итте. Уның был аҙымы көтөлмәгән түгел, ә күңел ынтылышы булды. Улым Силәбе өлкәһендә танк ғәскәрендә хеҙмәт итә башланы. Профессиональ хәрби булғанына һигеҙ йылдан артыҡ инде.
Махсус хәрби операция башланғас, улымдың да ситтә ҡалмаҫы көн кеүек асыҡ ине, – әсә тыныс ҡына һөйләргә тырыша, әммә тауышындағы борсолоуҙы һиҙмәҫкә мөмкин түгел. – Уға ҡәҙәр Сүриәлә лә булып ҡайтты, унан имен-аман көтөп алдыҡ, шөкөр. Махсус хәрби операцияла йөрөгәненә лә бына инде ике йылдан ашты. Улымды беҙ генә түгел, Силәбе өлкәһендә йәшәгән ғаиләһе – киленебеҙ, ейәндәребеҙ көтә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткәне бар, һағынып көтөп алғандарға ни, ул ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтә лә китә...
“Утёс”тың бер туған ағаһы ла махсус хәрби операцияла үҙ теләге менән ҡатнаша. Ике улын оҙатҡан әсәнең йөрәгендә ул саҡта ниҙәр ҡайнағандыр... Әлеге ваҡытта өлкән улының хеҙмәте тамамланған, ул тыуған яғында эшләп йөрөй.
“Утёс” яҡындарына яу хәлдәре тураһында бик һөйләп бармай, күберәк яуҙаш дуҫтары хаҡында бәйән итергә тырыша, яҡташтарының, ватандаштарының ҡыйыулығы, фиҙакәрлеге менән һоҡлана. Уның әйтеүенсә, янында ышаныслы, арҡа терәр иптәштәре булғанда, яу яланындағы тормош ауырлығы һиҙелмәй, еңеүгә лә һис шик юҡ. Улының көслө ихтыярлы булыуында, ныҡышмаллығында, маҡсатына ирешеүсән булыуында шикләнмәй әсә. Улы актив гражданлыҡ позицияһы, физик һәм рухи яҡтан көслө булыуы менән дә айырылып тора. Шуға ла алға тик матур ниәттәр, изге уйҙар менән генә баға, көн-төн балаһының иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуын юрап, теләктәр теләй. Әсә кешенең теләктәре ҡабул булып, яугир улына, уның иптәштәренә иҫән-аман, еңеү менән тыуған тупраҡҡа аяҡ баҫырға яҙһын!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Фото: "Утёс" һәм уның яуҙаштары Ватаныбыҙ мәнфәғәттәренә хеҙмәт итә (видеонан скриншот).