Хәҙерге ысынбарлыҡ, махсус хәрби операция шарттарында замандаштарыбыҙҙың – кисә генә ҡәҙимге тормош алып барған, бөгөн иһә алдына ҙур бурыс алып, хәрби хәрәкәт барған ергә юлланған, иңенә оло яуаплылыҡ йөкмәгән кешеләрҙең ихтыяр көсөнә һоҡланабыҙ, уларҙың батырлыҡтарына шаһит булабыҙ. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – ошондай замандаштарыбыҙҙың береһе. Ишембай районында яуаплы вазифа башҡарған ир-егет өҫтөнә хәрби форма кейгән һәм бына инде икенсе йыл Башҡортостандың Рәсәй Геройы М. Шайморатов исемендәге батальоны составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Хәрби фиҙакәрлеге өсөн Шайморатов һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалдарына, Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ. Ҡыйыу яҡташыбыҙ менән әңгәмә телефон аша, уның ҡыҫҡа ял минуттарында ғына барҙы.
– Һеҙҙең позывнойығыҙ – Юрэ – ҡыҙыҡһыныу уята. Ул нимәне аңлата?
– Позывной һайлағанда, уның йөкмәткеһенә лә, яңғырашына ла, ныҡ оҙон булмауына, айырылып тороуына, үҙенсәлекле булыуына иғтибар иттем. ЮРЭ – ул аббревиатура, балаларым һәм ҡатыным исемдәренең баш хәрефтәренән алынған: өлкән улым Юлай, кесе улым Рафаэль һәм ҡатыным Эльмира. Был позывнойҙы әйткәндә, мин ҡәҙерле кешеләремде янымда тип тоям, был күңелгә ниндәйҙер тыныслыҡ, рәхәтлек бирә.
– Һеҙ район хакимиәте башлығының урынбаҫары булып эшләгәнһегеҙ, тыныс тормошта кәрәккән мөһим эштәр башҡарғанһығыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, үҙ теләгегеҙ менән дәүләтебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлаусылар рәтенә баҫҡанһығыҙ. Был ҡарарға нимә этәргес булды?
– Эйе, дөрөҫ. Мин район хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктур үҫеш буйынса урынбаҫары булып эшләй инем. Кадрлы хәрби булараҡ, 2020 йылда военкомат мобилизация резервы составына инергә тәҡдим итте. Йылына ике тапҡыр — Тоцкиҙа, Әлкәлә сбор үтә инек. Тап киләһе сбор ваҡытында, 2022 йылдың сентябрендә, өлөшләтә мобилизация тураһындағы яңылыҡты ишеттек. Сборҙағы һәр ир-егет, инде тәжрибәле инженерҙар, медиктар һәм башҡалар, бурыстарын үтәргә юлланырға әҙер ине. Минең тәжрибәнең дә кәрәге тейеүе ихтималлығын аңлай инем.
– Ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ был хәбәрҙе нисек ҡабул итте? Ҡаршы булдылармы, әллә ризалыҡ бирҙеләрме?
– Бронь булыуға ҡарамаҫтан, үҙ иркем менән махсус хәрби операцияға китергә хәл иттем. Әйтергә кәрәк, был ҡарарым ҡапылдан тыуманы. Был турала күптән уйлаған инем. Ҡатыным да, балаларым да был хаҡта һиҙенгәндер, тип уйлайым. Теләр-теләмәҫ кенә булһа ла, ризалаштылар. Иң киҫкен ҡаршы сыҡҡаны атайым булды. "Уйлама ла!" — тине ул. Һәм беҙҙең һөйләшеү башланып та өлгөрмәҫтән, ошо урында уҡ өҙөлдө. Ә икенсе көнөнә тыныслана төшкән атайым кире килде һәм йыйынырға ярҙамлашырға тәҡдим итте.
– Быға ҡәҙәр армияла хеҙмәт иткәйнегеҙме? Әгәр ҙә юҡ икән, бәлки, ауырлыҡтар ҙа осрағандыр?
— Армияла хеҙмәт итеү тәжрибәһе бар, әлбиттә. Алда әйткәнемсә, мин – кадр офицеры. Биш йыл буйы Санкт-Петербургта Буденный исемендәге Бәйләнеш хәрби академияһында уҡыным. Стажировкалар үттем, подразделениеларға етәкселек иттем: сроклы хеҙмәттәгеләр взводына ла, күпмелер ваҡыт взвод командиры урынбаҫары ла булдым. Академияны тамамлағас, хәрби хеҙмәттән киттем. Нисек кенә булһа ла, запастағы офицер булып һаналам.
Сроклы хеҙмәтте, хәрби академиялағы контракт буйынса хеҙмәтте әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендәге хәл менән һис тә сағыштырып булмай. Иң төп айырма – кешеләрҙең хәрби хәрәкәтте алып барыуҙағы яңы алымдарға яраҡлашыуы. Күп мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә, әммә иң мөһим мәсьәлә – үҙ ғүмереңде, иптәштәрең ғүмерен һаҡлап ҡалыу – ул һәр саҡ актуаль булып ҡала.
– Был ҡарарығыҙ өсөн үкенмәйһегеҙме?
– Юҡ, һис үкенмәйем. Алда әйткәнемсә, әлеге шарттарҙа был шәхсән ҡабул иткән, аныҡ ҡарарым, башҡаса булыуы мөмкин түгел ине. Әгәр ҙә һин хәрби кеше, кадрҙағы офицер һәм һинең тәжрибәңдең махсус хәрби операцияла ярҙамы тейеүе мөмкин икән, урының бында – шулай тип әйтер инем.
– Яуҙаштар араһындағы мөхит тураһында һөйләгеҙ әле. Һеҙҙе нимә ғәжәпләндерә, һоҡландыра, ә, бәлки, нимәлер асыш та булғандыр, бәлки? Махсус хәрби операция шарттарында ир-егеттәр дуҫлығы нисек һынала?
– Кешеләр хәрби хәрәкәт шарттарында үҙҙәрен бөтөнләй башҡаса тота, көтөлмәгән яҡтан асыла. Аҙым һайын тиерлек батырлыҡ эшләй. Хатта үҙен быға тиклем бер нисек тә ҡылыҡһырлап булмаған кеше лә экстремаль шарттарҙа ныҡ әҙерлекле хәрби ҙә эшләй алмағанды үтәп ҡуя! Әйтәйек, алыҫ аранан, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, яраланған иптәшен һуғыш яланынан алып сыға. Яу яланында дуҫлыҡ бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул ителә.
Беҙҙең подразделениела – бөтәһе лә үҙ ирке менән килеүселәр, мобилизацияланғандар юҡ. Барыһы ла – ярайһы ғына йәштә, был ҡарарҙы үҙҙәре ҡабул иткән. Һәр ҡайһыһы үҙенең бында ниңә һәм ни өсөн икәнен асыҡ белә.
Күптән түгел булған бер осраҡ тураһында һөйләмәксемен. Бер төркөм штурмға китте. Дошман ҡаты утҡа тотто, шул арҡала улар позицияға инә алмай ине. Көтмәгәндә ,күптән инде оборона төркөмөндә торған, артыҡ ҡатмарлы задание ҡушылмаған бер иптәшебеҙ заданиены үтәргә теләк белдерҙе. Ут ямғыры һибелеп торһа ла, позицияны алды, хәрби бурысты уңышлы атҡарып сыҡты. Бына шундай көтөлмәгән батырлыҡтар тап була яуҙа.
– Һеҙ Азат Шамил улы Бадранов менән бер полкта хеҙмәт иткәнһегеҙ. Шул осор ниндәй булып хәтерегеҙҙә ҡалды?
– Уның менән бер ваҡытта контрактҡа ҡул ҡуйҙыҡ, хеҙмәт итергә килдек, тик подразделениеларыбыҙ төрлө, бурыстар ҙа айырыла ине. Азат Шамил улы хәрби-сәйәси эш өсөн яуаплы булды. Ул һәр яугирҙең мәсьәләләренә, махсус хәрби операция биләмәһендәме ул, шәхси, яҡындарына ҡағылған һорауҙарҙамы, ныҡ иғтибарлы булды. Уны батальондың һәр яугире белә, хөрмәт итә. Азат Шамил улы яугирҙәрҙең һаулығы тураһында ла ныҡ ҡайғыртты, медицина тикшереүе ойоштороп торҙо. Ҡайһы берҙә ярты төн буйына яугирҙәр эргәһендә йөрөп, улар менән әңгәмәләшә, борсоған һорауҙарҙы яҙып ала, артабан инде тиҙ арала хәл итеүгә көс һала ине. Уның булышлығы арҡаһында сетерекле, етди һорауҙар ыңғай хәл ителеп килде. Азат Шамил улы демобилизацияланғандан һуң, уның булмауы һиҙелә, әлбиттә. Уның ярҙамы һәр саҡ шул ҡәҙәре мөһим, үҙ ваҡытында булды, шуның өсөн уға ҡарата рәхмәт тойғоһо ғына йөрөтәбеҙ.
– Һеҙ – взвод командиры, тимәк, хәрби дуҫтарығыҙ өсөн дә яуаплыһығыҙ. Ул тойғо иңегеҙҙе баҫмаймы?
– Минең ҡул аҫтында тиҫтә ярымлап кеше. Алда әйткәнемсә, һәр кем үҙ ирке менән, үҙе хәл итеп килгән. Бурыс ҡуйылған, уны үтәргә кәрәк – һәм был шулай була ла, береһенә лә ҡат-ҡат аңлатып тороу кәрәкмәй. Командир булараҡ, өлгө булырға ла тырышаһың, күнекмәләр үткәрәһең, белгәндәрҙе нығытаһың. Яуаплылыҡ ҙур, эйе. Яуҙашыңды хәрби заданиеға ебәргәндә, теләһә ҡайһы ваҡытта атыш башланыуы һәм уның әйләнеп ҡайтмауы ихтимал икәнен беләһең, шул ауыр. Беҙҙең взводта ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар булды. Иң ҡыйыны ана шул. Үлемгә, етмәһә, айҙар буйы иңеңде-иңгә терәп, бер ҡалаҡтан тиерлек ашап йөрөгән иптәштәреңдең һәләк булғанына бер ҡасан да күнегеп булмай...
– Махсус хәрби операция биләмәһендәге бер көнөгөҙҙө нисек итеп тасуирлар инегеҙ?
– Бәйләнеш взводы булғас, беҙ гел генә хәрәкәттә. Бурысыбыҙ – алғы һыҙыҡтағы һәм тылдағы подразделениелар, командование араһында тотороҡло бәйләнеш булдырыу. Ҡайһы саҡта саҡырымдарға һуҙылған позицияларҙағы бәйләнеште тикшергәнсе, сафтан сыҡҡанын тергеҙгәнсе, тәүлектәр буйы хәрәкәттә булырға тура килә.
– Үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға юлланырға ниәт итеп йөрөгән ир-аттарға ни әйтер инегеҙ?
– Баштан уҡ үҙеңде, еңел булмаясаҡ, тип көйләргә кәрәк. Хәрби хәрәкәт ул фильм йәки китапта яҙылған түгел. Шулай ҙа беҙҙең егеттәрҙең бер өҫтөнлөгө бар – ул бер ҡасан да проблемалар менән яңғыҙ ҡалдырмаған республикабыҙ. Был күп тапҡырҙар иҫбатланды инде. Ошо иғтибар яуҙағы ауырлыҡтарҙы еңелерәк үткәрергә ярҙам итә. Хәтеремдә, йәйгеһен Радий Фәрит улы килеп китте, ул күбеһе менән шәхсән аралашты, ғаиләләренә барып сәләмдәрен еткерергә һүҙ бирҙе. Шул ҡәҙәре тығыҙ эш графигы менән ҡасан өлгөрөр икән, тип тә уйлап ҡуйғаным хәтерҙә. Ә ул вәғәҙәһендә торҙо.
Ғаиләләр өсөн бындай иғтибар үтә мөһим. Яугирҙәр үҙҙәре булмағанда уларҙың яҡындары тураһында күрһәткән хәстәрлеккә ныҡ рәхмәтле. Беҙ һүҙ аша түгел, аныҡ эштәр арҡылы ҙур ярҙамды тоябыҙ.
– Һеҙ Мәскәүҙәге Еңеү парадында ҡатнашыу хөрмәтенә лайыҡ булғанһығыҙ. Күңелегеҙҙе ниндәй кисерештәр биләй?
– Был тәҡдим минең өсөн көтөлмәгән булды. Бәлки, Ҡыҙыл Майҙан буйлап үтергә тура килмәй, трибунан ғына ҡараһам да, ошондай мәлде үҙ күҙҙәрем менән күреү, шул мөхитте тойоу күпме кисерештәр бүләк итер! Ғорурлыҡ та, шатлыҡ та – хис-тойғоларҙы бер нисә һүҙ менән генә әйтеп булмайҙыр. Еңеү парадын барып күргәс инде, тәьҫораттарым сағыуыраҡ булыры шикһеҙ!
– Әңгәмә өсөн рәхмәт! Имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.
Фотолар – ғаилә архивынан.