Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев 14 майҙа Салауат районында эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Кәңәшмә сиктәрендә башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың 270 йыллығына арналған юбилей тантаналарын үткәреүгә әҙерлек тикшерелде. Унда шулай уҡ Салауат районы муниципаль район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Совет рәйесе Ринат Әбдрәшитов, башлыҡ урынбаҫарҙары, учреждение етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмә барышында Салауат районында “Салауат йыйыны – 2024” Төбәк-ара байрамын үткәреү датаһы билдәле булды. Салауат Юлаевтың 270 йыллығына арналған сара 16 июндә ойоштороласаҡ. Төбәк-ара статусын ул беренсе тапҡыр аласаҡ. Ошо уҡ көндө Салауат районында “Салауат ере“ тарихи-мемориаль комплексы асыласаҡ һәм БР төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүгә арналған Төбәк-ара төньяҡ-көнсығыш иҡтисади форумы үтәсәк.
Урал Килсенбаев был сараның әһәмиәтен билдәләне һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү, саралар программаһын раҫлау өсөн датаны билдәләне.
– “Салауат йыйыны – 2024” Салауат районының һабантуйы үткән ерҙә ойошторола, ә комплекс Салауат Юлаевтың тыуған ауылы урынында – Тәкәйҙә асыла, – тине Урал Килсенбаев.
Фото: pravitelstvorb.ru