Рәсәй көнө, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 450 йыл һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыу алдынан билдәле тарихсы, Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимы - юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус резиденты Дуҫлыҡ монументының символик әһәмиәте тураһында һөйләне. Өфө фән һәм технологиялар университетының Рәсәй тарихы, историяграфия һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы мөдире, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов аңлатыуынса, һәйкәл элек Изге Троица сиркәүе (элекке Смоленск соборы) урынлашҡан ҡалҡыулыҡта ҡуйылған.
- Өфө ҡалаһының тәүге һәм оҙаҡ ваҡыт төп православие ҡорамы булған Смоленск соборы 1574 йылда төҙөлгән Өфө кремле уртаһында урынлашҡан (Өфө 1586 йылдан ҡала). Собор янында воеводалар, тәржемәселәр йәшәгән, воевода канцелярияһы, ҡорал келәттәре урынлашҡан. Кремль тауы итәгендәге майҙанда баҙар булған. Нәҡ ошо Өфө башланған ерҙә бөгөн Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан. Дуҫлыҡ идеяһының символдары булып күмелгән ҡылыс формаһындағы алһыу граниттан эшләнгән ике бейек вертикаль стела тора. Монумент нигеҙендә ике аллегорик ҡатын-ҡыҙ фигураһы - ҡылыстың ике яғында ҡулдарына лавр тажы тотҡан урыҫ һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙы, - тип һөйләне тикшеренеүсе.
1957 йылда совет Башҡортостаны Рәсәй дәүләте составында үҙенең 400 йыллығын билдәләй. Монумент төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә, уны 1965 йылдың 7 авгусында тантаналы рәүештә асалар. Һәйкәлдең авторҙары - Мәскәү скульпторҙары Михаил Бабурин, Галина Левицкая һәм архитекторҙар Евгений Кутырев, Геннадий Гаврилов. Монументта “1557-1957” һәм “Слава великой братской дружбе русского и башкирского народов” тигән һүҙҙәр уйып яҙылған.
Рәсәй дәүләтенә ҡушылыу тыныс шарттарҙа була. Килешеү мөнәсәбәттәре нигеҙендә Батша хөкүмәте дошман агрессияһын бергәләп кире ҡағыуҙы, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын үтәүҙе, дин тотоу азатлығын, эске эштәргә ҡыҫылмауҙы һәм урындағы үҙидараны һаҡлауҙы гарантиялай. Ә башҡорттар үҙҙәрен Рус дәүләте подданныйҙары тип таный, хәрби бурыс үтәргә һәм һалым түләргә бурыслы була.
Дуҫлыҡ монументы Башҡортостандың баш ҡалаһына килгән һәр кемде ҡаршы ала һәм уның визит карточкаһы булып хеҙмәт итә. 2024 йылдың 12 июнендә бында Башҡортостанда билдәләнгән өс байрамдың төп саралары: Рәсәй көнө, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 450 йыл (Өфө ҡалаһы көнө) һәм Салауат Юлаевтың 270 йыллығы ойоштороласаҡ. Монумент итәгендә 50 йыл элек - 1974 йылда һалынған киләсәк быуындарға хат - «Ваҡыт капсулаһы» асыласаҡ.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24148/