Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
10 Июль , 17:50

Хакимиәт етәксеһенә орден тапшырыла

Рәсәй Президенты ошо турала указға ҡул ҡуйҙы.

Хакимиәт етәксеһенә орден тапшырыла
Хакимиәт етәксеһенә орден тапшырыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи акттарҙы рәсми баҫтырыу порталында урынлаштырылған.

Президент Указына ярашлы, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин Почет ордены менән бүләкләнде.

Рәсәй Президентының ошо уҡ Указы менән баш инженер урынбаҫары — “Башнефть-Табыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш энергетигы Вячеслав Кожевников I дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены миҙалына лайыҡ булды.

Ҡотлайбыҙ!

Фото: "Башинформ", М. Забелиндың сәхифәһенән.

Хакимиәт етәксеһенә орден тапшырыла
Хакимиәт етәксеһенә орден тапшырыла
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: