Ғорурланабыҙ
23 Июль 2024, 13:00

Журналистар юғары баһа алды

Рәсәй буйынса үткән ”Иң яҡшы журналист әҫәре” конкурсына йомғаҡ яһалды.

Журналистар юғары баһа алдыЖурналистар юғары баһа алды
Журналистар юғары баһа алды

Конкурста ҡатнашыуға (уның шарттарына ярашлы) баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары журналистарынан бөтәһе 671 ғариза ҡабул ителгән. Материалдар һаны – 1400-ҙән ашыу.

”2024 йылдың иң яҡшы журналист әҫәре” Рәсәй Журналистар союзы конкурсы дипломанттары булып яҡташтарыбыҙ араһында ”Салауат ерендә” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәтшин Шамил Наил улы, ”Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Дәүләтбәков Артур Хәсән улы, ”Башинформ” мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Калинина Ксения Владимировна, ”Ейәнсура таңдары” гәзитенең директоры – баш мөхәррире Ҡуянова-Демидова Виктория Евгеньевна, шулай уҡ ”Ватандаш” журналының баш мөхәррире Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы, ”Октябрьский нефтсеһе” гәзитенең яуаплы секретары Ниғмәтуллина Анастасия Валерьевна, ”Республика Башкортостан” гәзитенең хәбәрсеһе Сныткина Мария Александровна, ”Башҡортостан” телерадиокомпанияһының баш белгесе Йосопова Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы табылды.

Республикабыҙ журналистарын ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Фото: ruj.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас