Ғорурланабыҙ
15 Август 2024, 16:15

Геройҙарыбыҙ тураһында программа эфирға сыға башланы

“Башҡортостан юлдаш телевидениеһы”нда Ватанды һаҡлаусыларға арналған яңы проект старт алды.

Геройҙарыбыҙ тураһында программа эфирға сыға башланыГеройҙарыбыҙ тураһында программа эфирға сыға башланы
Геройҙарыбыҙ тураһында программа эфирға сыға башланы

Кисә БЮТ каналында “Ватанды һаҡлаусылар” исемле тапшырыуҙың премьераһы булды. Проектта МХО-ла ҡатнашҡан геройҙарыбыҙҙың тарихтары яҡтыртыла. Программа “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы менән берлектә тормошҡа ашырыла. Ул аҙна һайын шаршамбы 20.30 сәғәттә рус һәм башҡорт телдәрендә сыға.

Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, ҡайтҡан һәм әле республикаға әүҙем ярҙам иткән яугирҙәр тураһында һөйләйәсәктәр. Нисек ябай малайҙарҙарҙан көслө рухлы ир-егеттәр, яугирҙәр үҫә? Улар нисек йәшәй, ҡайҙа эшләй? Улар өсөн Ватанды һаҡлаусы булыу нимәне аңлата?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға программа авторҙары геройҙар менән берлектә яуап бирәсәк. Беҙҙең ғорурланырлыҡ кешеләребеҙ бар!

Фото: видеонан скрин.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас