Благовар районы халҡы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарының иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтә. Әлегә ир-егеттәргә ярҙам ойоштороуҙа ҡатнашып, уларҙың ҡатмарлы шарттарҙағы тормошона әҙ булһа ла өй йылыһы өҫтәргә тырышып йәшәүҙәре.
Әйтәйек, Топоринка ауылы халҡы. Ул элек-электән уңғанлығы, берҙәмлеге менән билдәле. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙамға ла дәррәү ҡушылалар. Күптән түгел Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ағзаһы Гөлназ Вәлимөхәмәтова яугирҙәргә ебәрергә тип өй туҡмасы ҡырҡыуҙы ойошторған. Был турала ойошманың социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр ителә.
“Гуманитар акцияла йәш ҡатындар ҙа, өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнашты. Эшләгәндә күңелдәренең бар йылыһын, изге теләктәрен ҡушты улар. Хужабикәләр ауылдаштарының яратҡан ризығын тик тәбиғи аҙыҡтан ғына әҙерләне. Тыуған ерҙән алыҫ йөрөгән яугирҙәребеҙгә был ҡыуаныслы сюрприз булып барып етһен”, – тип яҙа “һарайлы”лар. Әҙер ризыҡ контейнерҙарға тултырып ҡуйылған.
– Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ярҙам иткебеҙ килә. Күп кенә ғаиләләрҙә мобилизацияланып йә үҙ ирке менән яуға киткән ир-егеттәр бар. Милли ризығыбыҙ аша йөрәктәребеҙ, ҡулдарыбыҙ йылыһы яҡлаусыларыбыҙға барып етһен”, – ти “Һарайлы”ның етәксеһе Гөлфирә Әхмәтшина.
Фотолар – Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге төркөмөнән: vk.com/public205355932?ysclid=m00n103eq7268959742