Ғорурланабыҙ
10 Сентябрь 2024, 11:45

Депутаттар МХО-ға ярҙамға 45 миллион һум аҡса йыйған

Был эш һаман да дауам итә.

Депутаттар МХО-ға ярҙамға 45 миллион һум аҡса йыйғанДепутаттар МХО-ға ярҙамға 45 миллион һум аҡса йыйған
Депутаттар МХО-ға ярҙамға 45 миллион һум аҡса йыйған

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Өфөгә ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан депутат, МХО-ла ҡатнашҡан Алексей Локотченко менән осрашты.

“Радий” позывнойлы депутат 2024 йылдың февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. РФ Оборона министрлығының ирекле корпусы “Пятнашка” интернациональ бригадаһында хәрби артиллерия расчеты командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Августан штурмлау подразделениеһына күсә, “Пятнашка” интернациональ бригадаһының “Архангел” штурмлау отряды командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ике тапҡыр – яҙ һәм йәй яралана. Һауыҡҡас, кире сафҡа ҡайта.

– Депутатыбыҙ менән, уның нисек хәрби хеҙмәт үтеүе менән ғорурланабыҙ, өлгө итеп ҡуябыҙ, – тине Константин Толкачев. – Ул - Ватанын, ватандаштарын яҡларға әҙер булған хәрби рухлы яугир. Уның хәрби наградаларына шатландым. Яраланған булыуына ҡарамаҫтан, ул яңынан сафҡа баҫты. Штурмлау отряды командиры урынбаҫары алғы һыҙыҡтарҙа көрәшә.

Осрашыуҙа депутат хәрби хәрәкәттәрҙең барышы, хәрби контрактты оҙайтыуға нимә сәбәпсе булыуы тураһында һөйләне. Украина хәрби көстәренең Курск өлкәһе территорияһына баҫып инеүе депутатты штурмлау подразделениеһына күсергә этәрә.

Осрашыуҙа шулай уҡ яугирҙәребеҙгә ярҙам итеү мәсьәләләре күтәрелде.

– Бөгөн МХО-ла ҡатнашҡандарға ярҙам итеү – төп бурыстарҙың береһе, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Депутаттар даими рәүештә хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә була, яугирҙәр менән осраша. Беҙ һәр ваҡыт уларҙың ихтыяждары тураһында беләбеҙ, аҡса йыябыҙ һәм бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алабыҙ. Депутаттар 45 миллион һум самаһы аҡса йыйған да инде, һәм был эш дауам итәсәк. Һәр эш хаҡынан аҡса йыйыла. Бөтә депутаттар ҙа ҡатнаша. Был - беҙҙең патриотик бурысыбыҙ.

Локотченко Алексей Юрьевич 1995 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университеты колледжын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2015 йылда ”Нефтестроймонтаж “Яңауыл идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә диспетчер булып башлай.

2015 – 2018 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө районы буйынса енәйәт эҙләү бүлеге оперуполномоченныйы.

2018 йылдан – “РСК юридик компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

2023 йылдың сентябрендә Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

 2024 йылдың февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас