Махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙға тыуған яҡтарынан гуманитар ярҙам даими килеп тора. Балаҡатай районы хакимиәте етәкселеге хәстәрләп оҙатҡан кәрәк-яраҡ шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин "Бәйләнештә" социаль селтәрендә былай тип яҙған:
– Яуҙағы беҙҙең яҡташ һалдаттарыбыҙға блиндаж майшәме, матрас, юрған, простыня кеүек ҡаралды, кейем-һалым, таҫтамал, һабын, аяҡ кейеме, маскировка селтәрҙәре йыйып оҙаттыҡ. Оҙаҡ һаҡлана һәм тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек тураһында ла онотманыҡ. Уларҙың барыһы ла яҡташтарыбыҙға мотлаҡ барып етәсәк.
Мәсхүт Рәшит улының һүҙҙәренә ҡарағанда, яугирҙәргә кәрәк-яраҡ йыйыу һәм туплау барышында райондың бөтә ауылдары ла әүҙемлек күрһәткән.
Фото: Мәсхүт Миңлеғәлин.