Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
26 Сентябрь , 11:30

“Математика Аллаһы”, ти уҡыусылары уның хаҡында

Халыҡ йөрәгендә танылыу тапҡан хөрмәтле уҡытыусы Миңзәлә Миңләхмәт ҡыҙы Абдуллинаға тауыш биреп, комментарийҙар, рәхмәт һүҙҙәре яҙа алаһығыҙ, хөрмәтле дуҫтар!

“Математика Аллаһы”, ти уҡыусылары уның хаҡында
“Математика Аллаһы”, ти уҡыусылары уның хаҡында

Ысынлап та, Миңзәлә Миңләхмәт ҡыҙы Абдуллина - математиканы, етди фән булыуына ҡарамаҫтан, тиҙ һәм еңел генә итеп аңлатыусы, төрлө олимпиадаларға, имтихандарға әҙерләп, төплө белем биреүсе уҡытыусы. Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылы мәктәбендә, аҙаҡ – Р. Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназия-интернатында нисәмә быуынға белем һәм тәрбиә биреп, тормош юлына оҙатҡан остаз. Уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған кеше.

Бер кемгә лә сер түгел, мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инер өсөн, тәү сиратта, математика һәм рус теле буйынса имтихандар бирергә кәрәк. Был йәһәттән, талапсан һәм ғәҙел уҡытыусы булараҡ, Миңзәлә Миңләхмәт ҡыҙы барлыҡ уҡыусыларын һөҙөмтәле хеҙмәткә, яуаплылыҡҡа, ныҡышмалылыҡҡа өйрәтә. Уның уҡыусылары һәр ваҡыт юғары белем кимәле менән айырылып тора. Кемгәлер был фән тауы бейегерәк тойолһа, был осраҡта педагог, бала күңеленә асҡыс табып, һәр кемде шәхес итеп күреп, “ҡулдан етәкләп” белем тауына үрләргә көс һәм дәрт бирә.

Миңзәлә Абдуллинаның уҡыусылары араһында уның эшен дауам итеүсе, мәғариф юлын һайлаусылар бихисап. Күптәре Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй кимәлендә танылыу тапҡан уҡытыусылар.

- Остазыбыҙҙан һәр төрлө һабаҡ алып, тормошта әленән-әле уның һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ: “Олоно ололаһағыҙ, үҙегеҙгә хөрмәт булыр”, “Эште еренә еткереп эшләгеҙ, башлағанды ташламағыҙ”, “Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”, тип өйрәтте Миңзәлә апа, - ти улар.

Уҡытыусылыҡ эше менән бер рәттән интернат тәрбиәсеһе булған осорҙа үҙенең ябай холоҡло, сабыр, һиҙгер йөрәкле, киң күңелле булыуы менән күпме баланы тормош юлына дөрөҫ йүнәлеште һайларға, үҙаллылыҡҡа ҡыйыу аяҡ баҫырға ярҙам итте.

Уҡыу процесын юғары кимәлдә ойоштороусы киң ҡарашлы мөғәллим, үҙ һөнәренең оҫтаһы, намыҫлы, тәүәккәл һәм ғәҙел кеше – был сифаттарҙың барыһы ла Миңзәлә Миңләхмәт ҡыҙы Абдуллина хаҡында. Тормош иптәше менән татыу, егәрле ғаиләлә дүрт баланы тәрбиәләп үҫтереп, уларҙың уңыштары менән ғорурланып йәшәүсе гүзәл әсә лә ул. Гөрләтеп матур донъя көтөүсе, уңған, алтын ҡуллы аҫыл ҡатын да ул. 

Тауыш биреү өсөн һылтанма: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll66eab9968f5a0f0c14f42374

“Математика Аллаһы”, ти уҡыусылары уның хаҡында
“Математика Аллаһы”, ти уҡыусылары уның хаҡында
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: