Тормош иптәштәрен, атайҙарын махсус хәрби операцияға оҙатҡандар өсөн был осор – ныҡлы һынау мәле. Һалдаттар өсөн яҡындарының терәге айырыуса мөһим. Малаяҙ ауылынан махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән “Змей” позывнойлы яугирҙең ҡатыны Нурзиҙә Ханнанова менән әңгәмәбеҙ күбеһенсә уның тормош иптәше тураһында барҙы.
– Иремде һуғыш үҙгәртте. Ул баҫылды, ирҙәр холҡо инде. Ике тапҡыр яраланһа ла, һаман да хеҙмәттәштәре янына атлығып торҙо. “Аҙаҡҡаса иптәштәрем менән бергә буласаҡмын” тиеүендә лә уның яуаплы, илһөйәр булыуы сағыла. Ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән дә бүләкләнде. Ике улыбыҙ уның өлгөһөндә үҫә. “Атай – һин беҙҙең герой”, ти улар, ғорурланып”, – тип һөйләне яугир ҡатыны.
Иң һөҙөмтәле ысул – балаларыңды үҙ өлгөңдә тәрбиәләү. Был йәһәттән “Змей” позывнойлы яҡташыбыҙ йәштән йүгереү буйынса ярыштарҙа ҡатнаша, волейболды ла ярата. Хәҙер иһә улдары ла атайҙарынан өлгө ала. Өлкәне туғыҙ йәштә генә булһа ла, футболға йөрөй, бейеү менән шөғөлләнә. Әле балалар баҡсаһына йөрөгән ҡустыһына ла яҡшы ағай була белә.
Яугир ҡатыны булыуы ла еңел түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Нурзиҙә Ғәлиулла ҡыҙы, иренә көс-ҡеүәт өҫтәп, күңелен үҫтереп тора. Еңеү өсөн бынан да ҙурыраҡ терәк бармы икән?!
Иренең “Мин һеҙҙең өсөн иҫән-һау ҡайтырға тейешмен” тигән һүҙҙәре лә уны ҡанатландыра, йәшәүгә көс бирә.
Фото: ғаилә архивынан.