Хәрби тап ошо мәктәптә уҡыған, уҡытыусы һөнәренә эйә булған. Бала саҡтан ул спорт менән шөғөлләнгән. Әрме сафынан һуң яратҡан һөнәре буйынса эшләгән. Махсус хәрби операция башланғас, илде һаҡларға китергә ҡарар итә.
Хәрби балаларға Рәсәй һалдаттарының батырлығы, әрме хеҙмәте, Ватанға һөйөү, илебеҙ именлеге, хәрби бурысты үтәү тураһында һөйләгән. Яраланған осраҡта беренсе ярҙам күрһәтеү сараларын өйрәнергә кәңәш иткән. Шулай уҡ башҡорт телен, география, инглиз теле фәндәрен яҡшы белеү күп осраҡта ярҙам итеүен белдергән.
Балалар хәрбиҙе ҡыҙыҡһынып тыңлап, етди һорауҙар ҙа биргән. Осрашыуҙа тылдан һалдаттарға килгән гуманитар ярҙам тураһында ла һөйләшкәндәр.
Ҡурғашлы ауылынан МХО-ла ете яугир ҡатнаша. Батырҙарса һәләк булған Ҡарағолов Хәкимйән менән Шәрәфетдинов Русланды бер минутлыҡ тын ҡалып иҫкә алғандар.
Ошондай осрашыуҙар тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй тип һанай осрашыуҙы ойошторған уҡытыусылар.
Фото һәм мәғлүмәт “Таң” гәзитенән алынды.