136-сы гуманитар йөктө оҙатып ебәреүҙә БР Башлығы Радий Хәбиров һәм статс-секретарь – РФ оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева ҡатнашты.
Гуманитар йөккә 25 техника, ағас материалдары, пилотһыҙ осоу аппараттары, генераторҙар, радиоэлектрон көрәш һәм янғын һүндереү саралары, кейем-һалым, автомобилдәргә запас частар, рюкзактар, аҙыҡ-түлек һәм яҡындарҙан посылкалар һалынған.
Ярҙамды йыйыуға дәүләт власы органдары, Башҡортостандың ете муниципалитеты хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары һәм республика халҡы ҡушылды. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең, М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының урындағы бүлексәләрендә лә гуманитар ылау өсөн әйберҙәр йыйылды.
Анна Цивилева гуманитар йөктө әҙерләүҙә ҡатнашҡан социаль координаторҙарға рәхмәт белдерҙе.
Радий Хәбиров гуманитар ылауҙы алып барыусы водителдәр менән аралашты һәм уларға фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтеп, изге юл теләне.
Сығанаҡ: БР Башлығы сайты (glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/184592.html)