Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
31 Октябрь , 17:00

Яҡташтарыбыҙҙың исеме Рәсәй тарихына мәңгелеккә яҙылды

МХО биләмәһендә Башҡортостандан офицерҙарҙың батырлығы тураһында һөйләнеләр

Яҡташтарыбыҙҙың исеме Рәсәй тарихына мәңгелеккә яҙылды
Яҡташтарыбыҙҙың исеме Рәсәй тарихына мәңгелеккә яҙылды

Донбасста һуғышта һәләк булған Андрей Мигунов менән Илдар Суфияров үҙ иленең ысын патриоттары булды. Уларҙың батырлығы Рәсәй тарихына һәм махсус хәрби операция йылъяҙмаһына мәңгелеккә яҙылды. Ошо хаҡта Башҡортостан журналистарына штурмовиктар отрядының “Нарай” позывнойлы рота командиры һөйләне. Ул Мигунов һәм Суфияров менән таныш ҡына түгел, ә уларҙы үҙенең туғандары тип иҫәпләүен һәм һәләк булыуҙары арҡаһында ҙур тетрәнеү кисереүен билдәләне.

Әлеге ваҡытта “Нарай” ”Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының күнекмә полигондарының береһендә инструктор булып эшләй. Уның етәкселегендә яңы хәрбиҙәр дошман позицияларын штурмларға һәм нығытмаларҙы баҫып алырға өйрәнә. “Нарай”, журналистар менән нимә тураһында һөйләшергә кәрәклеген белгәс, әңгәмә өсөн 15 минут ваҡыт тапты.

“Нарай” менән Андрей Мигунов 80-се йылдар уртаһында Афғанстанда хеҙмәт итә. “Нарай” Гордезда Һауа-десант ғәскәрҙәре бригадаһы составында интернациональ бурысын үтәй, ә Мигунов Шинданда танкист булып хеҙмәт итә. Тыуған илебеҙ йәнә улдарын саҡырғас, улар МХО-ға юллана һәм дуҫтарға әйләнә.

“Беҙ Палыч менән ныҡ дуҫ инек. Ул яҡшы кеше булды: тура һүҙле, ярҙамсыл. Беләһегеҙме, уның һымаҡтар тураһында бөтә яҡтан да тап килгән тип әйтәләр. Мин МХО-ла зенит батареяһы менән етәкселек иттем. Танкистарға техник мәсьәләләр буйынса ярҙам кәрәк булғанда, мәҫәлән, ул миңә килә лә: “Нарай, ярҙам ит”, – ти. Мин һәм минең яугирҙәрем ярҙамға мохтаж булғанда ла, бер ҡасан да баш тартманы, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер ине.

Бер-беребеҙ менән күрешкәндә фронттағы хәлдәр, яугирҙәр, өйҙә яҡындарыбыҙҙың көтөүе тураһында күп һөйләшә инек. “Скиф” ябай әңгәмәсе генә булманы, ә ул уйлай, факттар һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ дәлилдәр килтерә белде”, – тип хәтерләй “Нарай”.

–  Минеңсә, ул күптәрҙән үҙенең аҡыллы буылыуы менән айырылып торҙо. Һәм шуны билдәләргә теләйем: Палыч яугирҙәр араһында ҙур абруй ҡаҙанғайны. Улар командирҙарын бик хөрмәт итте һәм уны атай (батя) тип йөрөттө. Комбат комбат булды инде: үткер ҡарашлы, ышаныслы һәм тыныс тауышлы кеше.

Дуҫымдың һәләк булыуын белгәс, был хәлгә ышана алманым. Нисек шулай килеп сыҡҡан? Бер нисә көн шок хәлендә йөрөнөм. Һуңғараҡ ҡатыным миңә хәрби көйләүгә оҙатыу ваҡытында комбатты хәтерләүен һөйләне. Палычтың асыҡ йөҙө һәм яңы иптәштәренә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыуы күҙгә ташланды, тине. Ул ваҡытта барыһы ла бер-береһе менән таныша ғына ине әле. Фронтта юғалтыуҙар бар, башҡаса булмай... Әммә дуҫымдың үлеме минең өсөн ысын аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды. Андрей Павлович, вазифаһы буйынса штабта булған көйө генә хәрби хәрәкәттәр менән командалыҡ итә алһа ла, ул броняла алғы рәттәрҙә булырға ҡурҡмайынса, һәр ваҡыт үҙенең ҡул аҫтындағылар менән бергә һуғышҡа барҙы“.

Фронтта “Нарай” Илдар Суфияров менән дә осраша. Ул хеҙмәт иткән реактив артиллерия батареяһында взвод менән командалай. “Нарай”  Суфияровты кесе туғаны тип иҫәпләй һәм дуҫлыҡты бик ҡәҙерләй. “Илдар минән йәшкә бәләкәйерәк булды, шул уҡ ваҡытта бер туған ағаһына кеүек ҡараны. Уның менән тәүге аралашыу реабатҡа ярҙам итергә кәрәк булғанда башланды. Яугирҙәргә тиҙ арала кәрәкле нөктәгә барыр өсөн ашығыс рәүештә бензин кәрәк ине. Ә хәрби хәрәкәт зонаһында бензин колонкалары юҡ. Суфияров минән: “Яғыулыҡ менән уртаҡлаша алаһыңмы?”, – тип һораны. “Проблема юҡ, алығыҙ”, – тинем. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп йөрөнөк: яғыулыҡ, канистра биреп тора инек, башҡа төрлө ярҙамлаштыҡ. Ошонан һуң Илдар менән ныҡ дуҫлашып киттек. Ул бик тыныс, аҡыллы кеше булды. Уның ҡылығын аңлайым. Илдар үҙенең вазифаһы арҡаһында ҙур күләмдә мәғлүмәткә эйә булды, шуға күрә ул әсирлеккә эләкһә, тере әйләнеп ҡайтмаясағын белә ине. Шуға ла ул үҙен шартлатып, дошмандарын да үҙе менән алып китте. Илдарҙы Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән бер рәткә ҡуйырға мөмкин”, – тип һөйләне ”Нарай”.

“Нарай”ҙы сәғәтенә күҙ һалғанын күрәбеҙ. Һөйләшеү тамамланыуға табан барғанын аңлайбыҙ, инструкторға курсанттары янына позицияға ҡайтырға ваҡыт еткән. Әйткәндәй, улар  бер нисә көн элек Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм яҡын арала хәрби бурыстарҙы үтәргә тотонасаҡ.

Беҙҙең менән хушлашҡанда, “Нарай”:

“Һуғыш минең ике иң яҡын дуҫымды алып китте. Уларға йәшәргә лә йәшәргә ине. Шулай ҙа иптәштәремдең һәләк булыуы юҡҡа түгел: улар беҙҙең Еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен бирҙе. Еңеү тиҙҙән киләсәк. Геройҙар нисек тыуа һуң? Белмәйем. Махсус операцияла көн һайын хәрби бурыстарҙы үтәгән ябай ир-егеттәр хеҙмәт итә. Бөтә хеҙмәттәштәрем дә ҡаһарманлыҡ менән үҙ бурыстарын үтәргә, батырлыҡ ҡылырға әҙер. Тик беҙ барыбыҙ ҙа Мигунов һәм Суфияров кеүек ҡыйыу аҙымдарға барырға әҙербеҙме? Яуаптар сираттағы алыштан һуң ғына барлыҡҡа килә. Бер нәмәне генә беләм: беҙҙең яугирҙәр еңелмәйәсәк.

Бөгөн полигонға килгәндәрҙе күрәһегеҙме? Төркөмдә Баймаҡ районынан быраулаусы, Стәрлетамаҡ районынан физкультура уҡытыусыһы, ике туғаны МХО-ла хеҙмәт иткән Балаҡатай районында йәшәүсе һәм күптән түгел генә Башҡортостанда төрлө һөнәрҙәр буйынса эшләгән башҡа ир-егеттәр бар. Бөгөн улар экипировкаланған һәм штурмовиктарҙың күнекмәләрен өйрәнә. Уларҙың күҙҙәрендә тәүәкәллек һәм полкка тиҙерәк барып етеү теләге күренә. Яуҙаштарға Андрей Мигунов, Илдар Суфияров һәм башҡа геройҙарыбыҙҙың батырлығы хаҡында һөйләйәсәктәр. Уларҙың батырлығы яугирҙәрҙең йөрәген ҡаһарманлыҡ менән тултырасаҡ”.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Андрей Мигунов МХО-ла “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы составында Сергей Зорин исемендәге танк батальоны менән командалыҡ итте. Алыштарҙың береһендә офицер батырҙарса һәләк булды. Андрей Мигунов ултырған танкка FPV-дрондар һөжүм итте. Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Андрей Мигуновҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде (үлгәндән һуң).

 “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальоны взводы командиры Илдар Суфияровҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биреүгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булышлыҡ итте.

Илдар Суфияров быйыл апрелдә һәләк булды. Дошман артиллерия уты аҫтында күҙәтеү пунктын баҫып алырға маташҡанда, офицер ике сәғәттән ашыу оборона тота. Дошман Суфияров позицияларына яҡынлаша башлағас, ул гранатаны шартлата һәм Ураина Хәрби көстәренең өс һалдатын юҡ итә. Ошо батырлығы өсөн Рәсәй Президенты Указы менән Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды (үлгәндән һуң).

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков (Башинформ).

 

 

Яҡташтарыбыҙҙың исеме Рәсәй тарихына мәңгелеккә яҙылды
Яҡташтарыбыҙҙың исеме Рәсәй тарихына мәңгелеккә яҙылды
Яҡташтарыбыҙҙың исеме Рәсәй тарихына мәңгелеккә яҙылды
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: