Рәсәй Президенты Владимир Путин, ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан халҡын Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тәбрикләне.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров адресына йүнәлтелгән ҡотлауында түбәндәге һүҙҙәр бар:
- Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым! Патриотизм һәм берҙәмлек йолалары, ныҡлы әҡлаҡи, рухи таяныс беҙҙең ата-бабаларыбыҙға ауыр һынауҙарҙы үтергә, бөйөк дәүләт булдырырға ярҙам иткән. Уларҙың ҡаһарманлығы, хеҙмәт ҡаҙаныштары, Ватанға хеҙмәт итеүгә ынтылышы беҙгә һәр ваҡыт тыуған илгә һөйөү,уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡ өлгөһө буласаҡ, - тиелә ҡотлауҙа.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡотлауында ла изге теләктәр яҙылған:
- Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Был байрам тыуған илен яратыусыларҙы, Рәсәй бөйөк, көслө дәүләт булһын өсөн барыһын да эшләүселәрҙе берләштерә. 1612 йылдың 4 ноябрендә берҙәмлек, ҡаһарманлыҡ менән халҡыбыҙ сит баҫҡынсыларҙы еңде Һәм бөгөн патриотизм, тарихыңа, йолаларыңа, хөрмәт, ауырлыҡтарға ҡаршы тора алыу ил һаҡлауға йүнәлтелгән дәүләт бурыстарын хәл итергә, илебеҙ иҡтисадын үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың именлеген хәстәрләүгә ярҙам итә. Барыһына ла һаулыҡ, именлек, Рәсәй мәнфәғәте өсөн эштәрендә уңыштар теләйем.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың ҡотлауында илһөйәрлек рухы сағыла:
- Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым. Был байрам – тыуған еребеҙгә һөйөү символы. Быуаттар дауамында берҙәмлек, дуҫлыҡ, изгелеккә, тарихи дөрөҫлөккә ышаныс беҙҙең ҙур илебеҙҙе, Бөйөк Рәсәйҙе үҫтергән.
Бөгөн дә дөйөм ҡиммәттәр беҙҙең күп милләтле дәүләтбеҙҙе нығыта. Бында беҙҙең көсөбөҙ сағыла. Әле махсус хәрби операция барышында был турала хәтерҙә тотоу айырыуса мөһим. Тыуған илебеҙҙе нығытыуға, тыныслыҡ урынлаштырыуға үҙ өлөшөн индергән халҡыбыҙға рәхмәтлемен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, үҙ-ара аңлашып йәшәүҙе теләйем.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә байрам уңайынан яҙмаһы менән уртаҡлашты.
- Ябай булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Һәр көн беҙҙе ныҡлыҡҡа һынмай. Бары тик берләшеп кенә беҙ уларҙы еңә алабыҙ.
Бөгөн Башҡортостан яугирҙәре ҡулына ҡорал тотоп илебеҙҙе һаҡлай. Тылда ла бергәләшеп еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Һәр кем үҙенең урынында үҙенең эшен башҡара – дауалай, балаларҙы уҡыта, иҡтисадты үҫтерә, илебеҙ ҡеүәтен арттыра. Һәр кем – милләтенән лә, диненә лә ҡармай.
Республикабыҙ, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге – беҙҙең төп байлығыбыҙ. Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән! – тигән һүҙҙәр бар яҙмала.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.