Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа һәйкәл асыла. Мөһабәт монумент М7 федераль трассаһы буйында ҡуйыласаҡ, тип хәбәр итә Илеш районы башлығы Илдар Мостафин.
" Монтаж эштәре геройҙың тыуған төйәгенән алыҫ түгел урында - Илеш районының Бишҡурай ауылы янында бара. Һәйкәлде М7 трассаһы буйына ҡуйыу юлдан үткән кешеләргә геройҙы иҫкә алырға һәм уның батырлыҡтары менән илһамланырға мөмкинлек бирәсәк," -ти Мостафин.
Белеүегеҙсә, Муса Гәрәев — ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы. Фронтта легендар Ил-2 штурмовигы менән алыша. Ул Сталинградтан алып Пиллауға тиклем юл үтә, 250 осош яһай. 1943 йылда Донбассты азат иткәндә Муса Гәрәев дошмандың тиҫтәләгән самолетын юҡ итә.
Фото: Илдар Мостафин