Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдаттарҙы махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу "Өфө-Арена" спорт комплексы алдындағы майҙанда ойошторолдо. 149 яҡташыбыҙҙың кәйефе күтәренке, рухтары ныҡлы. 149 һалдаттың 75-е Өфөнөкө, ҡалғаны республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан.
– Ике аҙна отпуск тиҙ генә үтеп китте, әммә мин иң кәрәкле тип тапҡан эштәремде тамамланым, – тине яҡташ һалдатыбыҙ. – Кәләшем, балаларым, атай-әсәйем менән күңелем булғансы һөйләшеп ултырҙым.
Республикабыҙ етәкселеге исеменән ҡотлаған Башҡортостан Хәрби комиссариаттың хәрби-патриотик эштәр буйынса бүлек начальнигы Альберт Ғилманов билдәләүенсә, һалдаттарҙың батырлығы алдында һәр кем баш эйә, Барыһы ла – туғандары ла, яҡындары ла яҡташ яугирҙәребеҙ менән сикһеҙ ғорурлана. Илебеҙҙең яҙмышы хәл ителгәндә улар алғы һыҙыҡта.
– Республика етәеселеге һеҙҙең ғаиләләләрегеҙгә даими ярҙам итә, – тине Альберт Ғилманов.
Фото: Сергей Словохотов.