Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаиләһе менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса полицияның 11-се участка пунктына барҙы. Полиция пункты Булгаков ауылы һәм уның эргә-тирәһендәге ауылдарҙы һәм коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәрен хеҙмәтләндерә.
Республика етәксеһе эске эштәр хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары менән танышты һәм уларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
– Барығыҙҙы ла Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ еңел түгел, барығыҙға ла уңыштар теләйем, – тине Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, уларҙың байрамы булыуына ҡарамаҫтан, һәр береһе бөгөн үҙенең посында тора, илебеҙҙе һаҡлай. Полицияға эшкә юғары белемле йәштәрҙең килеүе шатлыҡлы.
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә лә полиция көнө менән ҡотланы, эштәрендә уңыштар теләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.