Күптән түгел Бүздәк районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам йыйып оҙатты. Гуманитар йөктө район хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев оҙатып барҙы. Сәфәр хаҡында район етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә яҙып, таныштырып торҙо.
Гуманитар йөктө туплауҙа яугирҙәрҙең туғандары, ауылдаштары, эшҡыуарҙар, ойошмалар ҡатнашҡан, балалар Ватанды һаҡлаусы ҡыйыу яҡташ ағайҙарына хат яҙып ебәргән. Ҡаты һалҡындарҙа яугирҙәрҙе йылытһын тип, уларға йылы кейемдәр ҙә әҙерләнгән, күстәнәстәр һалынған. Йөк машиналарында ағас материалдары, автомобилдәр, башҡа төрлө эре йөк алып барылған.
Яугирҙәргә имен-һау барып етеп, улар менән күрешеп, тыуған яҡ сәләме булып барған күстәнәстәрҙе, яу шарттарында кәрәкле әйберҙәрҙе тапшырып ҡайтҡан бүздәктәр.
"Егеттәрҙең күңеле көр, бергәләр. Улар менән киләһе гуманитар йөккә нимәләр тупларға кәрәк икәнен һөйләштек. Яугирҙәр яҡташтарға ҡайнар сәләм күндереп, ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәттәр әйтеп, Еңеү менән ҡайтырға һүҙ биреп ҡалды. Ярҙамға өлөш индергән барыһына ла рәхмәт! Урынға барып, хәрбиҙәр өсөн уларға ярҙам итергә әҙер тороу ғына ла ни тиклем мөһим икәненә тағы бер инандыҡ", – тип яҙҙы Илнур Иғдиев.
Фотолар И. Иғдиевтең шәхси сәхифәһенән – vk.com/id490650927 алынды.