Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
19 Ноябрь , 14:00

Яҡташыбыҙ – Рәсәйҙең иң яҡшы онкологы

Был исемде уға халыҡ үҙе биргән.

Яҡташыбыҙ – Рәсәйҙең иң яҡшы онкологы
Яҡташыбыҙ – Рәсәйҙең иң яҡшы онкологы

Уҙған ялдарҙа Сочи ҡалаһында “ПроДокторов” порталының Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Илдең иң яҡшы табиптары араһында башҡорт егете Даян Солтанғужин “Иң яҡшы онколог” номинацияһы буйынса Гран-при алды!

“ПроДокторов” порталы илдең 752 меңдән ашыу табибы тураһында мәғлүмәтте берләштерә. Унда теге йә был табиптың ҡайҙа эшләүе күрһәтелгән, пациенттар ошонда уҡ белгестәр тураһында фекерҙәрен асыҡтан-асыҡ яҙып ҡалдыра ала. Даян Баязит улы тураһында әлеге мәлгә 200 самаһы комментарий теркәлгән, араларында бер генә бөртөк тә кире фекер юҡ. Һәр яҙмала кешеләр, ғаиләләр яҙмышы сағыла.

“Әсәйем 70 йәштә, ул күптән онкология менән көрәшә. 2024 йылдың июнендә ул онколог Даян Солтанғужин ҡулына эләкте. Доктор әсәйемә шунда уҡ оҡшаны, ул дауаланыу ысулын бик дөрөҫ билдәләне, иң мөһиме, яҡшылыҡҡа ышаныс уятты. Даян Баязит улы ярҙамы менән әсәйем төшөнкөлөккә бирелмәне, ауырыуҙы еңергә тип маҡсат алды!” тип яҙған бер ҡатын.

Йәнә бер фекер. Уны ир кеше ҡалдырған: “Даян Солтанғужин 2022 йылда ҡатыныма ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйҙы. Баш мейеһендәге яман шеш ҡатыным йөклө саҡта асыҡланды. Бала тыуғандан һуң шеште алыу буйынса операция яһалды. Бер аҙ хәл алғас, Даян Баязит улы ҡатынымды нурлы терапияға йүнәлтте. Хәҙер онколог уны даими күҙәтә. Докторыбыҙ бик итәғәтле, кешеклекле. Тормошобоҙҙағы ауыр осорҙа тап уны осратыуыбыҙ – оло бәхет”.

Л.Д. исемле пациент яҙа: “Даян Баязит улының егәрлелеге һоҡландыра. Иртәнән кискә тиклем пациенттар ҡабул итеүҙән тыш, ул халыҡ өсөн конференциялар ойоштороуға ла ваҡыт бүлә. Ундай сараларҙа кешеләр докторҙарға туранан-тура һорау бирә ала. Ошо конференциялар ярҙамында яман шеште башланғыс стадияларҙа асыҡлау осраҡтары артты. Мәҫәлән, тире яман шеше генә өс кешелә асыҡланды”.

Даян Солтанғужиндың бала сағы Башҡортостандың Йылайыр, Хәйбулла райондарында үткән. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында башлаған. Әлеге мәлдә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында “Медсанчасть” ойошмаһында эшләй. Яҡташыбыҙҙы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Фото: Даян Солтанғужиндың "Бәйләнештә" селтәрендәге битләүенән.

Яҡташыбыҙ – Рәсәйҙең иң яҡшы онкологы
Яҡташыбыҙ – Рәсәйҙең иң яҡшы онкологы
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: