Ғорурланабыҙ
22 Ноябрь 2024, 09:15

Яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашыу уҙҙы

Уны Дәүләт Думаһы депутаты Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова ойошторҙо.

Яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашыу уҙҙыЯугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашыу уҙҙы
Яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашыу уҙҙы

Дәүләт Думаһы депутаты Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова тыуған Шаран районында геройҙарыбыҙҙың ғаилә ағзалары менән осрашыу ойошторҙо. Яугирҙәребеҙҙең туғандары менән йылы әңгәмәнән һуң, уларҙы байрам табынына саҡырҙылар. Йола буйынса, ҡунаҡҡа беҙ буш ҡул менән йөрөмәйбеҙ. Был юлы ла һәр ғаилә тағы берҙе туғандары һәм яҡындары менән йыйылып, атайҙарын, ирҙәрен, ағайҙарын һәм улдарын иҫкә алһын өсөн, депутат уларға күстәнәстәр алып килде.

Ғаилә ағзаларына сыҙамлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн рәхмәт һүҙҙәре генә етмәй. Рима Аҡбирҙе ҡыҙы ғаиләләрҙе, һәр ваҡыт һеҙҙең янығыҙҙа буласаҡбыҙ, ярҙам итәсәкбеҙ, тип ышандырҙы.

“Бөгөн мин Рәсәй халыҡтарының туғандарса берҙәмлеге менән айырылып тороуын тойҙом”, – тине  РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова.

Депутат ошондай кәрәкле һәм файҙалы сара ойошторғандары өсөн бөтә ярҙамсыларына, команданың бөтә ағзаларына рәхмәт белдерҙе.

Фото:

Яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашыу уҙҙы
Яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашыу уҙҙы
Яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашыу уҙҙы
Яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашыу уҙҙы
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас