Ғорурланабыҙ
27 Ноябрь 2024, 13:10

СВОИРОДНЫЕ.РФ платформаһы булдырылды

Ул яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәк.

СВОИРОДНЫЕ.РФ платформаһы булдырылдыСВОИРОДНЫЕ.РФ платформаһы булдырылды
СВОИРОДНЫЕ.РФ платформаһы булдырылды

СВОИРОДНЫЕ.РФ – ул “Ватанды һаҡлаусылар“ фонды һәм Рәсәй Хеҙмәт Геройы доктор Денис Проценко командаһының берлектәге проекты. Проект МХО-ла ҡатнашҡандарға һәм ветерандарға, уларҙың туғандарына психологик һәм социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Платформа блоктарының үҙенсәлеге – аңлайышлы һәм универсаль сценарийҙар һәм телмәр модулдәре. Туғандары һәм яҡындары ошо модулдәрҙе МХО-ла ҡатнашҡандар менән аралашҡанда ҡуллана ала.

“Ватанды һаҡлаусылар“ фонды белгестәре платформа өсөн бөтә ярҙам саралары, шул иҫәптән аҡсалата түләүҙәр буйынса мөмкин тиклем тулы белешмә әҙерләгән.

Статс-секретарь – Рәсәй Федерацияһы оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар“ фонды рәйесе Анна Цивилева һүҙҙәренсә, фонд бөтә ил буйынса эшләй, бер яугирҙең ғаиләһе лә иғтибарһыҙ ҡалмай.

– Хәҙер бөтә ярҙам, бөтә ҡарарҙар, тупланған тәжрибә СВОИРОДНЫЕ.РФ платформаһында бар. Белгестәр әҙерләгән материалдар геройҙар өйҙәренә ҡайтҡандан һуң осраған төрлө ситуацияларҙа, шулай уҡ уларҙың туғандары менән эш итергә ярҙам итәсәк, – тине Анна Цивилева.

“Ватанды һаҡлаусылар“ фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, СВОИРОДНЫЕ.РФ платформаһында ҡулланыусыларға дөрөҫ һәм ваҡытында мәғлүмәт биреү өсөн һәр баҫма ентекле тикшерелә һәм актуалләштерелә.

Фото: karmaskaly-nov.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас