Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
4 Декабрь , 18:45

Ауырғазылар яугирҙәргә дәррәү ярҙам ойоштора

Ирекмәндәр штабы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә әүҙем ярҙам итә.

Ауырғазылар яугирҙәргә дәррәү ярҙам ойоштора
Ауырғазылар яугирҙәргә дәррәү ярҙам ойоштора

Ауырғазы районының Ирекмәндәр штабы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә әүҙем ярҙам итә. Яу яланындағы ир-егеттәр тураһында хәстәрлек күреү, еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереү теләге менән янған ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре әҙерләй, ҡоро душ эшләй. Материалдарҙы улар шәхси аҡсаһына һәм битараф булмаған ауыл халҡы йыйған ярҙамға ала. Кешеләр аҡсалата ла ҡуша, шәмдәр өсөн банкалар ҙа йыйып алып килә. “Ярҙам ҡылған бөтә кешегә лә ҙур рәхмәт”, – ти ирекмәндәр.

Хәҙер Ауырғазы ирекмәндәренең махсус кейеме лә бар. Уны ҡатын-ҡыҙҙар үҙ иҫәбенә һатып алған.

Тупланған ярҙам райондан киткән гуманитар йөк менән оҙатыла тора. Яңыраҡ изге күңелле ирекмән апайҙар “Ҡыш” маскировка селтәрен үреп бөткән. Ошо көндәрҙә Донецк йүнәлешендәге яугирҙәргә бензин электр генераторы, һауа йылытҡысы оҙатҡандар.

Сығанаҡ: Ауырғазы районының ирекмәндәр штабы төркөмөнән.

Ауырғазылар яугирҙәргә дәррәү ярҙам ойоштора
Ауырғазылар яугирҙәргә дәррәү ярҙам ойоштора
Ауырғазылар яугирҙәргә дәррәү ярҙам ойоштора
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: