Башҡортостанда Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләренә адреслы ярҙам даими күрһәтелә. Был тәңгәлдә Балаҡатай районы етәкселеге лә өҙлөкһөҙ ярҙам ойоштора.
– Ошо көндәрҙә махсус хәрби операциялағы һалдатыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты, "Стрела" позывнойлы ил һаҡсыһы Яңы Балаҡатай ауылында тыуып үҫкән. – тине Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова. – Уның менән төрлө темаға һөйләштек. Иң мөһиме, һалдаттың кәйефе күтәренке, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйған. 24 йәшлек һалдат БМП-ла механик, командир итеп үрләтелгән, кешеләрҙе һуғыш барған урындан тыныс яҡҡа сығара, бынан тыш, яралыларҙы ла беҙҙең яҡҡа ташый. "Стрела" Жуков һәм Суворов дәүләт миҙалдары менән бүләкләнгән. Яҡташыбыҙ - ғорурлығыбыҙ!
Әйткәндәй, "Стрела"ның бер туған абзыйы шулай уҡ ул хеҙмәт иткән подразделениеға килгән.
Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова белдереүенсә, махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү – мөһим бурыстарҙың береһе. Уларҙың һәр береһе – күҙәтеү аҫтына алынған, береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ғаиләләр нимәгә мохтажлыҡ кисерә йәки уларҙың мөрәжәғәте нигеҙендә уй-маҡсаттар тормошҡа ашырыла.
Ысынлап та, районда бихисап ярҙам саралары эшләй. Шифахана-курорт дауалауы, балалар баҡсаһына бушлау йөрөтөү, утын килтереү, балаларҙы мәктәптә бушлай ашатыу һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.
Лилиә Мулланурова киләсәктә лә яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам дауам ителәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: Балаҡатай районы хакимиәте сайтынан.