Һуғышта һәр аҙым, һәр ҡылыҡ мөһим. Һәр яугирҙең бер аҙымынан, бер уйынан да күп нимә тора. Яуҙа һалдат, әлбиттә, оҫта һуғышсы булғанға ғына еңмәй. Ҡоралы, тылдағы торош та – барыһы ла дошманды ауҙарыу нигеҙендә ята.
Ошондай етди һүҙҙәр еткерә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штурм батальоны командирының ҡоралландырыу (ҡорал һәм хәрби техника менән тәьмин итеү) буйынса урынбаҫары “Албанец”. Ысынлап та, бөгөнгө технологиялар үҫешкән заманда яу яланында ҡоралдың сифаты уңыш нигеҙенең ҙур өлөшөн тәшкил итәлер әле.
...Махсус хәрби операция биләмәһе. Рәсәй геройы исемен йөрөткән һәм был исемгә тап төшөрмәҫлек хәрби рухлы егеттәрҙән торған батальоныбыҙ һалдаттары яуға инергә тора. Һәр кемдең бына-бына дошман менән осрашасаҡ минуттары күҙ алдында, бәлки, уйҙарҙа тыуған яҡта көткән ғәзиздәрҙең дә һындары сағылып-сағылып ҡалалыр. Әммә әлегә етди әҙерлек бара, кем хәрби заданиены өйрәнә, кем ҡоралын барлай, яңырта. Бронижелеттар, каскалар, автоматтар кейелә. Медикаменттар, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ... Һәм ошо шау-шыуҙы ҡеүәтле техника тауышы телеп үтә. Исемен атау мөһим түгел, әммә егеттәргә юл асыр, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыр техника тураһында бара һүҙ. Һанап киткән ҡоралды, әлбиттә, кемдер тәьмин итергә, һаҡларға тейеш. Эйе, хәрби хеҙмәт үткән һәр кем белә, әрмелә, һуғышта һәр төймәлә тәртип булырға тейеш. Унһыҙ система булмаясаҡ һәм хәрби бурысты үтәп сығыу мөмкин түгел. Шуға барлыҡ аҡылын, тәжрибәһен, абруйын егеп эш итә командир урынбаҫары. Егеттәрҙән әленән әле ҡыҙыҡһына, ҡул аҫтындағы һалдаттарға бойороҡтар яуҙырып тора “Албанец”.
Төймә тигәндән, командир өсөн яуға инәсәк һалдаттың психологик “төймәһе” урында булыуы ла бик мөһим. Уйҙар дошманды юҡ итеп, позицияһын яулап алыуға, ә күңел тыныс булырға тейеш. Ошо йәһәттән дә “ҡоралландыра” шайморатовсы яугирҙәрен. Һүҙ араһында “ҡоралландырыусымын да, психолог та” тип йылмая ул, әммә был һүҙҙәр, әлбиттә, шаяртыу түгел – командир атай ҙа, әсәй ҙә тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит.
Хәрби оҫталыҡ та, психологик яҡтан әҙерлек тә һәләт, тәжрибә талап итә. Ә улары бер көн эсендә барлыҡҡа килмәй. “Албанец” туғыҙ йыл буйы флотта хеҙмәт иткән, атом-ракета крейсерында бөтөнләй икенсе тормош, башҡа хәрби заданиелар.
– Һыуҙың үҙ закон-ҡанундары, айҙар буйы унда йәшәп, уның айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүереләһең, – тип һөйләй үҙе лә башҡорт батыры ауыр бронижелетты мыҡты кәүҙәһенә эске күлдәк һымаҡ ҡына еңел кейгән бер мәлдә.
Нисек кенә булмаһын, диңгеҙҙә гиҙәһеңме, дошманды һауанан сүпләйһеңме, әллә ерҙән ҡыуаһыңмы, изге маҡсат ҡайҙа ла бер – Ватанды һаҡлау, хәрби оҫталыҡ туплау ҙа шул уҡ – кешене артыңдан эйәртә белеү, яуаплылыҡ, заданиены теүәл үтәү – быныһы ла офицер фекере. Диңгеҙ-океандың даръяларында тупланған хәрби тәжрибә бер көн килеп урман эсендә кәрәк булыр тип кем уйлаһын?!.
Шулай, ҡайҙарҙа ғына йөрөтмәй әҙәм балаһын яҙмышы. Хәйер, бындағы яҡташтарға ҡарап, “һайлап алған яҙмыш” тигән төшөнсә лә иҫкә төшә. Мәҫәлән, шул уҡ “Албанец” бөгөн флоттан запасҡа китеп, белем алып, себер тарафтарында эшләп йөрөгән, Миәкә районында тыуып үҫһә лә, ҡатыны, ике балаһы менән Ғафури районында төпләнгәндәр, матур итеп донъя ҡороп йәшәп яталар. Әммә бер көн ил алдында һынау килә һәм батальон төҙөлә тигән яңылыҡты ишетеү менән кисәге хәрби биленә йәнә ҡайыш тағып комиссариатҡа юллана. Бында ул батальондың хәрби юлының тәүге көнөнән алып.
...Егеттәр яуға әҙер! Һәм... араларында “Албанец” үҙе лә баҫып тора. Ҡоралландырыу менән генә сикләнмәй, тимәк... Үҙенең броня төркөмө менән хәрби бурыс үтәргә ул да әҙер!
...Етди әҙерлек, шау-шыу бер мәлгә тын ҡала шул саҡ. Кемдер телефон исемлегендә ғәзиз исемде эҙләй, берәүҙәр әкрен генә мәрәкә ҡора, аңлатыу эштәре лә дауам итә.
Әйткәндәй, егеттәр ял иткән арала “Албанец” Еңеү нигеҙендә ятҡан төшөнсәләрҙе барлағанда тағы бер күренеште ҡат-ҡат итеп һыҙыҡ өҫтөнә ала:
– Бына бөгөн һеҙҙең менән осраштыҡ, кисә генә гуманитар ылау менән хакимиәт башлығы килеп китте, өйҙән яҙып-шылтыратып торалар, кәрәк-яраҡтар оҙаталар, беҙ республика халҡы һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер икәнде тойоп, ишетеп торабыҙ. Был да үҙенә күрә бер ҡоралландырыу ул! Беҙҙең хәрби рухты ҡоралландырыу! – ти һүҙҙе йомғаҡлап командир урынбаҫары. Мәғәнәле әйткәндәргә тағы ни өҫтәйһең һуң?
...Яуҙаштары ғына түгел, беҙ, командировкаға килгән бер төркөм журналистар ҙа, бөгөн генә, әле генә танышҡан егеттәрҙе ни арала ҡан туғандай яҡын тойоп өлгөрөп, ҡосаҡлап оҙатабыҙ. Хәйерле юл, хәйерле сәғәттә, егеттәр!
Һындар алыҫая... Еңеү яҡыная... “Албанец” әңгәмә барышында әйтмешләй, хәрби задание еңел булмай, әммә йырып сығырлыҡ!